Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Декабрь 2021, 10:08

12 йәштән вакцина эшләтергә мөмкин

Тиҙҙән Башҡортостанға 12-18 йәшлек үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһы килтерелә.

12 йәштән вакцина эшләтергә мөмкин12 йәштән вакцина эшләтергә мөмкин
12 йәштән вакцина эшләтергә мөмкин

Тиҙҙән Башҡортостанға 12-18 йәшлек үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһы килтерелә, тип хәбәр итте хөкүмәт вице-премьеры — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ултырышында.

Үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән «Спутник М» препараты «Спутник V» вакцинаһы нигеҙендә эшләнгән, шулай уҡ ике компоненттан тора. Икенсеһен 21 көндән һуң яһатырға кәрәк. 15 йәшкә тиклемге балаларға прививка ата-әсәләрҙең йәки бәлиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәренең ризалығы, балаға 15 йәш тулһа, уның үҙ ризалығы менән эшләнә.

 

 

 

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/

 

 

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас