14 декабрҙә, Бишбүләк районына сираттағы эш сәфәрендә Радий Хәбиров 320 уҡыусыға иҫәпләнгән 3-сө мәктәптең яңы бинаһы менән танышҡан. Төҙөлөш 2019 йыл башланған, ул “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Йыл аҙағында төҙөлөш эштәре тулыһынса тамамланырға тейеш.
Төбәк етәксеһе класс бүлмәләрен, технология, информатика, милли телдәрҙе өйрәнеү кабинеттарын, спорт залын, медицина блогын һәм 160 урынға иҫәпләнгән ашхананы ҡараған.
Мәктәп директоры Изольда Родичкина әйтеүенсә, педагогик коллектив тулыһынса уҡытыу процессына йәлеп ителгән. Ойошма 2022 йылда – өсөнсө уҡыу сирегенән эшләй башлаясаҡ. Киләһе уҡыу йылы башынан 320 уҡыусы уҡытылып, Бишбүләк районында әлеге ваҡытта ҙур проблема булып һаналған икенсе сменала уҡытыу бөтөрөләсәк.
Төбәк башлығы эш сәфәренән ҡәнәғәт ҡала һәм белем усағында стоматология кабинеты ойоштороу эшен дә ҡарарға ҡушҡан.
#миллипроект #нацпроекты #нацпроектыБашкортостана #ВладимирПутин