Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Декабрь 2021, 09:40

Башҡортостан экспортерҙары «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы»нда интернет-сауҙаны үҙләштерҙе

Башҡортостан экспортерҙары «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы»нда интернет-сауҙаны үҙләштерҙе

Башҡортостан экспортерҙары «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы»нда интернет-сауҙаны үҙләштерҙе

Өфөлә барған «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» сиктәрендә республика эшҡыуар-экспортерҙарын интернет-сауҙаның ҡулай алымдары менән таныштырҙылар. Башҡортостан экспортерҙары «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы»нда интернет-сауҙаны үҙләштерҙе

- Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 300-гә яҡын эшҡыуар сит илдәр менән интернет-сауҙа алып бара, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «БР Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге» директоры Илдус Хәлитов. - Улар виртуаль сауҙа майҙансыҡтарында тиҫтәләгән мең тауар урынлаштырҙы. Киләһе йылда интернет-экспортерҙар һанын 500-гә еткерергә уйлайбыҙ. Хәҙер ошо йүнәлештә, шул иҫәптән Төркиә менән әүҙем эшләйбеҙ, ағас эшкәртеү, аҙыҡ-түлек тауарҙары буйынса махсус майҙансыҡтарҙы үҙләштерәбеҙ.

Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар, Башҡортостан Рәсәйҙә интернет-сауҙа лидерҙарының береһенә әүерелә бара, тип таныны һәм уларға ярҙамдарын тәҡдим итте. Рус-Азия Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы вице-президенты Анна Фомичева Союздың бик күп ярҙамсы материалдар урынлаштырылған махсус интернет-ресурсы тураһында һөйләне,  , методик ярҙамды нисек алырға өйрәтте. «Амазон» майҙансығында, тәү сиратта Германияла эшләү үҙенсәлектәре хаҡында «Рәсәй почтаһы»ның электрон коммерцияһы буйынса «Волга» макротөбәге директоры урынбаҫары Павел Сергеев һөйләне. Сит телдәрҙәге маркетплэйстар, социаль селтәрҙәр, үҙ сайттары үҙенсәлектәре хаҡында коммерция структуралары вәкилдәре бәйән итте.

 - Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: хәҙер, энергетика сеймалынан тыш, Рәсәйҙән продукция сығарыу менән проблемалар юҡ, иң мөһиме - тауарҙы икенсе илгә дөрөҫ индереү. Шуға күрә даими рәүештә мәғлүмәт алырға кәрәк, был йәһәттән ярҙам итергә әҙер булған бик күп дәүләт структуралары бар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Анна Фомичева.

Башҡортостан экспортерҙары «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы»нда интернет-сауҙаны үҙләштерҙе
Башҡортостан экспортерҙары «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы»нда интернет-сауҙаны үҙләштерҙе
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас