Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Декабрь 2021, 10:00

Интернет табыш та килтерә

Әлеге ваҡытта өс йөҙгә яҡын эшҡыуар  интернет аша һатыу итә.

8-11 декабрҙә Өфөлә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» ойошторола һәм көн дә актуаль темалар тураһында һөйләшеү уҙғарыла.

“Бөгөнгө көндә өс йөҙләп эшҡыуар  интернет аша донъяның төрлө төбәктәре менән алып-һатыу эшен уңышлы алып бара. Улар виртуаль донъяла ун меңдән артыҡ тауарын һатыуға сығарған. Киләһе йылға заманынан артта ҡалмайынса эшләгән эшҡыуарҙарҙың һанын биш йөҙгә еткерергә уйлайбыҙ.  Әлеге ваҡытта Төркиә менән килешеүҙәр уңышлы алып барыла”, - ти Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге етәксеһе Илдус Хәлитов.

Һөйләшеү барышында Башҡортостан Рәсәйҙә интернетта эшҡыуарлыҡты ойоштороу буйынса тәүге урындарҙы алып тороуы хаҡында телгә алынды. Шулай уҡ, был шөғөлгә тәүләп тотоноусыларға методик ярҙам күрһәтеләсәге лә әйтелде.

“Бөгөнгө көндә Рәсәйҙән сит илгә һатыуға тауар сығарыуҙың бер ауырлығы ла юҡ. Тик барыһы ла законға ярашлы, дөрөҫ итеп башҡарылырға тейеш. Ә дәүләт, үҙ сиратында, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер”, - тине Анна Фомичева.

Интернет табыш та килтерә
Интернет табыш та килтерә
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас