Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Декабрь 2021, 02:00

Конкурс иғлан ителде

Төҙөүселәр, бәлки, бәхет һеҙгә йылмайыр!

Киләсәктә, Рәсәй буйынса иң яҡшыһы һыналасаҡ, ишкәк менән йөҙөү буйынса спорт комплексын төҙөү ҡаралған. Әлеге ваҡытта төҙөлөш эшен ойоштороусыларға конкурс иғлан ителгән. Ул 2022 йылдың 13 ғинуарына тиклем дауам итәсәк. “Демография” милли проекты сиктәрендә ойоштороласаҡ был ҙур эшкә ҡаҙнанан 310,8 млн һум тотоноу ҡаралған.

Төҙөлөш эштәре Өфөнөң Йылы күленән алып Иҙел йылғаһына тиклем һуҙыласаҡ тип күҙаллана. Киләсәктә, Өфөлә, ишкәк менән йөҙөү ярыштары, Халыҡ-ара кимәлдә үтә башлар әле.

 

#миллипроект #нацпроекты #нацпроектыБашкортостана #ВладимирПутин

Конкурс иғлан ителде
Конкурс иғлан ителде
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас