Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Декабрь 2021, 08:10

“Шоңҡар”ҙың декабрь һаны сыҡты

Башҡорт ҡыҙҙарының һомғоллоғон, матурлығын, талантлы һәм уңған булыуын бөтә илгә, донъяға танытҡан ҡыҙҙарыбыҙ Альбина Шәйхисламова менән Илүзә Иҫәндәүләтова булыр ул. Һылыуҡайҙарҙың эске донъяһы, был уңышҡа нисек өлгәшеүе хаҡында Гөлнур Ҡыуатованың “Тыйнаҡлыҡ – беҙҙең булмышыбыҙ” тигән яҙмаһы аша таныша алаһығыҙ.

“Шоңҡар”ҙың декабрь һаны сыҡты“Шоңҡар”ҙың декабрь һаны сыҡты
“Шоңҡар”ҙың декабрь һаны сыҡты

Журналдың тышы күҙгә ташланыу менән был һылыуҡайҙарҙың кем икәнлеген белергә теләйһегеҙҙер, моғайын. Улар - башҡорт ҡыҙҙарының һомғоллоғон, матурлығын, талантлы һәм уңған булыуын бөтә илгә, донъяға танытҡан ҡыҙҙарыбыҙ Альбина Шәйхисламова менән Илүзә Иҫәндәүләтова. Һылыуҡайҙарҙың эске донъяһы, был уңышҡа нисек өлгәшеүе хаҡында Гөлнур Ҡыуатованың “Тыйнаҡлыҡ – беҙҙең булмышыбыҙ” тигән яҙмаһы аша таныша алаһығыҙ. Танылған яҙыусы Рөстәм Ғәлиуллиндың “Кафе” тигән повесы бөгөнгө студенттарҙың, йәштәрҙең тормошо, мөхәббәткә, ғаилгә ҡороуға ҡарашы төрлө ваҡиғалар аша бай тел менән тасуирланған. Ҡыҫҡаһы, был һанда ла фәһемле, мауығып уҡырҙай яҙмалар бирелгән.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас