Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
16 Декабрь 2021, 08:45

"Шоңҡар" журналының яңы һанында... Азамат Төхвәтуллин, БДПУ студенты:

Бер әсәй кеше сит баланы етәкләп алып сығып китә яҙҙы. ”Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ, был бит һеҙҙең балағыҙ түгел!” - тип ҡысҡырҙым тегегә. Шунан ғына абайлап ҡалды. Атай-әсәйҙәр үҙҙәре шундай миҫал күрһәткәс, балаларҙан ни көтөргә ҡала?! Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде...

– Ниндәйҙер ғәҙелһеҙлеккә, күңел яраһына тарыһам яңғыҙ ҡалып, ҡысҡырып, ярһып-ярһып илайым. Үҙ алдыма һөйләнеп, әрләшеп тә алам. Әммә шул кире тойғоға күңелемдә ояларға урын ҡалдырмайым.  Дөрөҫөрәге уны  йөрәгемдән ҡыуып сығарам.

Әле күҙәтеп йөрйөм  дә, үҙ хыялы буйынса уҡымаған студенттарҙың йышыраҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүен, ваҡытын юҡ- барға, эскегә, уйынға сарыф итеүен аңлайым. Сөнки улар был һөнәрҙе үҙҙәре һайламаған, ә ата-әсәһенең  теләген кире ҡаҡмаҫ өсөн генә уҡып йөрөйҙәр.  Һәм уларға һис тә ҡыҙыҡ түгел. Эйе, бала кеше үҙенең ниндәй һөнәр һайларға теләүен белмәүе лә, үҙен аңлап етмәүе лә ихтимал. Әммә атай-әсәйҙәр  үҙ мәлендә  ул-ҡыҙҙары менән төрлө темаларға әңгәмәләр алып барырға, мөмкинлектәрен үҫтерегә,  уны уйланырға саҡырырға  тейеш бит. Балаларға үҙ тиңдәшеңә ҡарған кеүек ҡараһаң,  һәйбәтерәк. Уны төрлө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалап, өйҙә бикләп тотоу һис кәрәкмәгән эш. Ундай студенттарҙа уҡыу ҡайғыһы юҡ, улар ирек тәмен тойоп ҡалырға тырыша.  

Тағы ла шуны әйтергә теләр инем. Йәштәр  бөгөн  смартфондан айрыла алмай, тибеҙ. Ә бит замана атай-әсәйҙәре лә шулай хәҙер. Бер мәлде балалар баҡсаһында практика үтрегә тура килгәйне. Шунда иғтибар итем: ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балаларын алырға килгәндә лә телфондарынан айырыла алмай. Улар балаларын күрмәй ҙә. Хатта шундайыраҡ хәл блуды. Хәҙер бит балаларҙы кейендереп үк сығаралар. Бер әсәй кеше сит баланы етәкләп алып сығып китә яҙҙы. ”Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ, был бит һеҙҙең балағыҙ түгел!” - тип ҡысҡырҙым тегегә. Шунан ғына абайлап ҡалды. Атай-әсәйҙәр үҙҙәре шундай миҫал күрһәткәс, балаларҙан ни көтөргә ҡала?! Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде...

Әңгәмәнең тулы варианты "Шоңҡар" журналының 12-се һанында.

"Шоңҡар" журналының яңы һанында... Азамат Төхвәтуллин, БДПУ студенты:
"Шоңҡар" журналының яңы һанында... Азамат Төхвәтуллин, БДПУ студенты:
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас