Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Декабрь 2021, 12:25

Тылсымлы таяҡ бар бит ул!

Ҡыш бабайҙың бала сағы, йәшлеге һәм олоғайған йылдары тураһында белгегеҙ киләме? Улайһа, 18 декабрь, 12.15 сәғәттә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына килергә онотмағыҙ!

Тылсымлы таяҡ бар бит ул!Тылсымлы таяҡ бар бит ул!
Тылсымлы таяҡ бар бит ул!

18 декабрь, 12.15 сәғәттә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Яңы йыл марафонын башлай. Андрей Горбуновтың “Ҡышҡы әкиәт” (“Зимняя небылица”) музыкаль әкиәте Ҡыш бабайҙың бала сағы, йәшлеге һәм олоғайған йылдары тураһында. Яңы йыл байрамының, тылсымлы тоҡ, таяҡ, хатта Ҡарһылыуҙың ҡайҙан килеп сығыуы ла күрһәтеләсәк.
Әйткәндәй, тәүге әкиәт балалар һәм ғаилә менән ҡарар өсөн булһа, “Ҡыш бабай һәм Дед Мороз” театрлаштырылған тамашаһы – өлкәндәргә тәғәйенләнә. Уның премьераһы 18 декабрь 18.00 сәғәттә театрҙың Ҙур залында була. Ҡыш бабай, шыршы, тылсымлы таяҡ хаҡында шаярыу ҡатыш музыкаль кисәлә театрҙың ике труппаһы актерҙары ла ҡатнаша. Күңелле һәм мауыҡтырғыс тамашаларға билеттарҙы алдан алып ҡуйырға ашағығыҙ.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Яңы йыл марафоны 2022 йылдың 9 ғинуарына тиклем дауам итә. Марафон барышында тамашасылар «Щелкунчик», «Киреһенсә Яңы йыл», «Золушка», «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы», «Зәңгәр ҡош», «Айболит һәм Бармалей», «Чиполлино», «Аладдин» әкиәттәрен ҡарай ала.
Быйылғы йыл өсөн Пушкин картаһын 20 декабргә тиклем ҡулланырға мөмкин икәнлеген дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас