+21 °С
Болотло


Кисә кис Тәтешле районының Кесе Балһуға ауылында мал фермаһында янғын сыға. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнгә ҡәҙәр, ут бер ҡатлы бинаны тулыһынса ялмап ала.
Утта 12 баш һыйыр һәм 2 ат һәләк була. МЧС хеҙмәткәрҙәре 5 берәмек техика һәм 9 кеше ярҙамында янғынды һүндерә.
Янғында зыян күреүесе кеше булмай. Әлегә янғын сығыу сәбәптәре өйрәнелә.