Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
17 Декабрь 2021, 10:31

Өфөлә Республика ата-әсәләр форумы бара

Һөйләшеүҙәр ғаиләлә башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә аралашыу ҡағиҙәләре, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙең һөҙөмтәле алымдары, милли мәктәптәр ниндәй булырға тейеш, балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөн ойоштороу проблемалары һәм юлдары, мәғарифты һанлаштырыу һәм башҡа ошо юҫыҡтағы темаларға ҡағыла.

Өфөлә  Республика ата-әсәләр форумы бараӨфөлә  Республика ата-әсәләр форумы бара
Өфөлә Республика ата-әсәләр форумы бара



Бөгөн, 17 декабрҙә, Өфөлә ”Туған тел – халыҡ йәне” тигән исем менән Республика ата-әсәләр форумы башланды.

Сараға ярашлы, рәсми ҡунаҡтар, Бөтә донъя ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Президиумы ағзалары, йәмәғәтселек вәкилдәре, республика буйынса ата-әсәләр комитеттары ағзалары ҡатнашлығында пленар ултырыш та үтә.


Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова сараны асып, Башҡортостанда туған телде өйрәнеү, уҡытыу, һаҡлау мәсьәләләренә ҡағылышлы төплө сығыш яһаны.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә ойошторолған, Ата-әсәләр комиссияһы дүрт йылға яҡын эшләп килә. Ошо арауыҡта күп эштәр башҡарылды. Республиканың ҡала һәм район үҙәктәрендә ата-әсәләр менән осрашыуҙар, кәңәшмәләр үткәрҙек, проблемаларҙы уртаға һалып тикшерҙек. Пандемия осоронда зум- конференциялар ойошторолдо, башҡорт телен уҡытыу буйынса сараларҙа ҡатнаштыҡ. Форумдың маҡсаты - башҡорт телен артабан үҫтереү һәм һаҡлау, популярлаштырыу. Артабан сарала йыйылған тәҡдимдәрҙе, кәңәштәрҙе бергә туплап, киләсәктә әсә теленең мөһимлеген, кәрәклеген аңлатҡан үҙенсәлекле проект – эш йүнәлештәрен булдыраһы ине, - тине Эльвира Митин ҡыҙы.

Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Автор:Загида Мусина
Читайте нас