Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Декабрь 2021, 15:05

Үлемесле ауырыуға килтереүе бар

Яңы йыл байрамдарына уларҙы алыр алдынан белгестәр әйткәндәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Яңы йыл байрамдарында төрлө шартлатҡыс, салют кеүек нәмәләрҙән йыл һайын йәрәхәтләнеүселәрҙең һаны артыуы тураһында ишетеп торабыҙ. Тәү ҡарашҡа бөтөнләй хәүефһеҙ күренгән нәмәләрҙең дә һаулыҡҡа зыян килтереүе бар икән.

“Бенгаль уттарын биналарҙа, бигерәк тә, өҫтәл янында яндырыу һаулыҡ өсөн зыянлы. Унан осҡан, күҙгә лә күренмәгән, бәләкәй генә металл киҫәктәре аҙыҡҡа төшә һәм организмға үтеп инә. Улар ағзаларҙан сыҡҡансы байтаҡ ҡына ваҡыт үтә. Ә бының яман шешкә килтереүе бар”, - ти химия фәндәре докторы, профессор Дмитрий Мустафин.

Үлемесле ауырыуға килтереүе бар
Үлемесле ауырыуға килтереүе бар
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас