Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Новости
18 Декабря 2021, 07:35

Милли ризығыбыҙ - бауырһаҡ

Төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтар!

Бауырһаҡ

Ҡамыр әҙерләү: 600 г юғары сортло бойҙай оно, 5 шт  йомортҡа, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо,  50 мл һөт, 1 аш ҡалағы  һары май, бер семтем тоҙ.

Бешереү өсөн: 600 гр үҫемлек майы.

Бауырһаҡ болот кеүек ҡабарып торһон өсөн  ондо ике тапҡыр иләргә кәрәк. Он,  яңы йомортҡа, һөт, май, шәкәр ҡомо, тоҙ ярҙамында сөсө ҡамыр әҙерләнә. Ул йомшаҡ ҡына булырға тейеш. Ҡамырҙы өлөштәргә бүлеп, ҡабарһын өсөн әҙерәк көтәбеҙ. Артабан уны оҙонса итеп йәйәбеҙ, киҫәктәргә киҫәбеҙ. Улар уртаса 1,5—3 см оҙонлоғонда булырға тейеш. Ҡаҙанға, ҡыҙған үҫемлек майына һалып, даими болғатып, алтынһыу төҫкә кергәнсе бешереп алабыҙ ҙа, тишекле сүлмәк аша һөҙөп, һыуытырға ҡуябыҙ.

Милли ризығыбыҙ - бауырһаҡ
Милли ризығыбыҙ - бауырһаҡ
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас