Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Декабрь 2021, 04:50

“Пушкин”ды “Аҡмулла” алмаштырырмы?

Йәш быуынды туған теленә һөйөү уятыу өсөн башҡарасаҡ эштәр күп әле.

Кисә Өфөлә “Туған тел — халыҡ йәне”республика ата-әсәләр форумы һәм Башҡорт тарихы йылы йомғаҡтары буйынса тантаналы саралар үтте. Йыл дауамында төрлө онлайн-осрашыуҙар үтә. Шуның сиктәрендә был сара төплө фекерле, алдынғы ҡарашлы ата-әсәләрҙе берләштерҙе һәм улар кисә бер түңәрәк өҫтәл артына ултырып фекер-тәҡдимдәре менән бүлеште.

 “Торатау” конгресс-холында ойошторолған сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты.

Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова, сараны асып, Башҡортостанда туған телде өйрәнеү, уҡытыу, һаҡлау мәсьәләләренә ҡағылышлы төплө сығыш яһаны.

— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә ойошторолған Ата-әсәләр комиссияһы дүрт йылға яҡын эшләп килә. Ошо арауыҡта күп эштәр башҡарылды. Республиканың ҡала һәм район үҙәктәрендә ата-әсәләр менән осрашыуҙар, кәңәшмәләр үткәрҙек, проблемаларҙы уртаға һалып тикшерҙек. Пандемия осоронда зум- конференциялар ойошторолдо, башҡорт телен уҡытыу буйынса сараларҙа ҡатнаштыҡ.

Бөгөнгө форумдың маҡсаты — башҡорт телен артабан үҫтереү һәм һаҡлау, популярлаштырыу. Артабан сарала йыйылған тәҡдимдәрҙе, кәңәштәрҙе бергә туплап, киләсәктә әсә теленең мөһимлеген, кәрәклеген аңлатҡан үҙенсәлекле проект — эш йүнәлештәрен булдыраһы ине, — тине Эльвира Митин ҡыҙы.

Форумға республиканың район һәм ҡалаларынан ата-әсәләр комитеттары ағзалары килгән. Пленар өлөштән һуң ҡунаҡтар алты тематик зал буйлап таралды, “Донъяуи кафе”ла тел мәсьәләләре буйынса көнүҙәк темаларҙы тикшерҙе. Ата-әсәләр араһында мәктәпкәсә йәштәге балалары булғандарҙың да килеүе һөйөнөслө күренеш. Тимәк, улар балаларының киләсәген алдан ҡайғырталар.

Спикерҙар һәм эксперттар араһында халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре — Зөһрә Рәхмәтуллина, Булат Йосопов, Гүзәл Вилданова, Гөлназ Ҡолһарина, Ринат Рамазанов, Айгиз Ҡунафин һәм башҡа билдәле мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәрҙәре ҡатнашҡан. Һөйләшеүҙәр ғаиләлә башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә аралашыу ҡағиҙәләре; йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙең һөҙөмтәле алымдары; милли мәктәптәр ниндәй булырға тейеш; балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөн ойоштороу проблемалары һәм юлдары; мәғарифты һанлаштырыу һәм башҡа ошо юҫыҡтағы темаларға ҡағыла.

 “Яңы шарттарҙа башҡорт телен уҡытыу” темаһына яуаплы булған Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әбделмәнова Әлфиә Вәкил ҡыҙы башҡорт телен уҡытыуға арналған бер нисә актуаль теманы күтәреп сыҡты. “Беренсенән, күптәр “Пушкин” картаһына алмашҡа “Аҡмулла” картаһын булдырыу яҡлы. Был йәш быуынды үҙ телен, әҙәбиәтен, тарихын өйрәнеүгә этәргес бирәсәк.

Икенсенән, ата-әсәләр үҙҙәре лә башҡорт телен тәрәндән өйрәнеү яҡлы. Улар өсөн төрлө курстар ойоштороу көнүҙәк мәсьәлә булып һанала.

Өсөнсөнән, ғаилә менән этнотурҙар ойоштороуҙың отошло яҡтары күп. Ҡала мөхитендә тәрбиәләнгән ғаилә башҡорт ауылдарына сәйәхәткә йөрөһә, ике яҡ өсөн дә уңайлы. Ауылдарға өҫтәлмә килем буласаҡ, тегеләре туған теле, мәҙәниәте менән яҡындан танышасаҡ”, - тине ул.   

Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Youtube һәм Бәйләнештә социаль селтәрҙәрендә тура трансляцияла күрһәтелде. Форум һөҙөмтәләре буйынса резолюция ҡабул ителәсәк, иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары билдәләнәсәк.

“Пушкин”ды “Аҡмулла” алмаштырырмы?
“Пушкин”ды “Аҡмулла” алмаштырырмы?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас