

17 декабрҙә Өфөлә ”Туған тел – халыҡ йәне” тигән исем менән Республика ата-әсәләр форумы үтте.
Сараға ярашлы, рәсми ҡунаҡтар, Бөтә донъя ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Президиумы ағзалары, йәмәғәтселек вәкилдәре, республика буйынса ата-әсәләр комитеттары ағзалары ҡатнашлығында пленар ултырыш ойошторолдо.
Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, һөйләшеүҙәр ғаиләлә башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә аралашыу ҡағиҙәләре, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙең һөҙөмтәле алымдары, милли мәктәптәр ниндәй булырға тейеш, балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөн ойоштороу проблемалары һәм юлдары, мәғарифты һанлаштырыу һәм башҡа ошо юҫыҡтағы темаларға ҡағылды.
Форум сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашыусылар менән осрашты.
Осрашыуҙы асып, Радий Хәбиров башҡорт телендә сығыш яһаны.
– Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар, коллегалар! Һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Һеҙҙең менән күптән осрашырға теләгәйнем, сөнки фекерҙәр бар, кәңәшләшергә кәрәк. Һеҙ беләһегеҙ, күп энергия, ваҡытыбыҙ коронавирус менән көрәшеүгә китә. Әммә бына бөгөн осраштыҡ, йыл аҙағында бергәләп мөһим һорауҙар буйынса кәңәшләшәйек, – тине Радий Хабиров.
Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы форумда ҡатнашыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. Ул был сараны даими итеү башланғысын хупланы, уны Башҡорт теле уҡытыусылары форумы менән берләштергәндә тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, тине.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты,Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, 2020 йылда Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителгән, ул 2031 йылға тиклем иҫәпләнгән.
– Бөгөнгө Ата-әсәләр форумы Башҡортостан Башлығы гранты сараларына үткәрелә. Уға әҙерлек барышында беҙ ҙур аналитик эш башҡарҙыҡ. Уның һөҙөмтәләре буйынса, полилингваль гимназияларҙа һәм милли мәктәптәрҙә балаларын уҡытҡан ата-әсәләрҙең 80 проценты уҡытыу сифаты менән ҡәнәғәт. Күпселек ата-әсә туған телдәрҙе өйрәнеү яуаплығы дәүләт, власть иңендә ята тип билдәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләрҙең 30 проценты ғына уҡытыу пландарын төҙөүҙә ҡатнаша. Уларҙың өлөшө күпкә ҙурыраҡ булырға тейеш, - тине Эльвира Айытҡолова.
Һөйләшеү бик йәнле барҙы. Күп кенә борсоған һорауҙарға яуаптар яңғыраны.
– Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән беҙҙең матур даталарыбыҙ бар: Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө. Унан тыш «Ос!» мәктәп программаһы сиктәрендә милли бейеүҙе үҫтереү зарур. Бөгөнгө осрашыу бик фәһемле булды. Беҙ һеҙҙең ҡыҙыҡлы, төрлө башланғыстарығыҙҙы хупларға әҙербеҙ, – тине Республика Башлығы.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаларына юғары наградалар тапшырҙы.