Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
19 Декабрь 2021, 11:06

Беҙҙең Миләүшә — еңеүсе

Мин эшемдә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы геноцид тураһында яҙҙым.

Беҙҙең Миләүшә — еңеүсеБеҙҙең Миләүшә — еңеүсе
Беҙҙең Миләүшә — еңеүсе

БДУ-ның өсөнсө курс студенты Миләүшә Арыҫланова «Без срока давности» бөтә Рәсәй йәш әҙәбиәтселәр һәм журналистар конкурсында еңеү яуланы.

Проекттың маҡсаты — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда нацистарҙың һәм уларҙың ярҙамсыларының хәрби енәйәттәре ҡорбандарының фажиғәһе хаҡында тарихи хәтерҙе һаҡлау, яңынан асыҡланған енәйәттәрҙең тикшерелеү торошон белеү.

Миләүшәнең олатаһы Барый Хәсән улы Хәсәнов — ике һуғышта: Фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы герой. Яҙмаһында ул олатаһының батырлығы тураһында һүҙ йөрөтә:

«Мин эшемдә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы геноцид тураһында яҙҙым. Шулай уҡ эссемдың иң мөһим өлөшө — һуғышта ҡатнашҡан Барый ҡартатайым тураһында белешмә.Был конкурс ярҙамында мин ҡартатайым һәм Бөйөк Ватан һуғышы тураһында бик күп яңы мәғлүмәттәр алдым. Башҡорт халҡының һуғыштағы роле, әлбиттә, үтә ҙур. Шайморатов генералдың 112-се дивизияһы ғына ни тора. Хатта немецтар газеталарында уларҙың батырлығына, ныҡлығына аптырап яҙғандар. Йәш быуынға бындай конкурстар һуғыш осоро йылдарын тағы ла нығыраҡ өйрәнергә, ата-бабаларыбыҙ менән ғорурланырға һәм бөгөнгө яҡты доньяның ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтә», — ти Миләүшә.

Бүләкләү тантанаһы Мәскәү ҡалаһының Еңеү музейында, «Күптән түгел» бөтә Рәсәй семинары сиктәрендә үтте. Еңеүселәргә наградаларҙы Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Григорий Гуров тапшырҙы.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас