

Һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләйем әле. Былай үҙем туйғансы көлөп алдым.
Үҙемдән -үҙем көлдөм. Ярай, баштан һөйләйем әле:
Өй алдындағы баҡсаны шаллап йөрөйөм. Яныма уныһы килә, быныһы килә. Һөйләшә-һөйләшә эшләйем, күңелле. Бына яныма магазинга( магазин беҙҙең өйҙөң ҡаршыһында ғына)килеүсе Ғәйфулла ҡайнағам туҡталды. Минең оло улым менән уның кесе улы класташтар. Ғәйфулла ағай минең эшемде маҡтап, хәл-әхүәл һорашып торҙо ла, минең малайҙың хәлдәре менән ҡыҙыҡһына башланы.Улым Индияла эшләп ялға ҡайтҡан ине. Бына беҙҙең аралағы һөйләшеү:
– Улың Индияға кире китәме?
– Эйе китә, билет алған.
– Эҫелә нисек йөрөр икән? Ана Вәлиәхмәт йәш сағында Үзбәкстанға хеҙмәт итергә эләгеп ҡоро һөлдә булып ҡайтҡайны...
– Унда ҙур йылға аға, бәлки, эҫе булһа ла еләҫерәктер, – тигән булам мин, – Ганг йылғаһы. Ул унда барып, крокодилде фотоға төшөрөп алған.
– Ә-ә-ә, – тип аптыраны ҡайнағам, – сәпсим ҡурҡыныс ерҙә йөрөй икән... Һуң, ул крокодил кешене урталайға өҙөп йота ла ҡуя, ти түгелме?
– Юҡтыр, улар кәмә менән йөрөп яҡындан ғына төшөрөп алғандар.
– Эй, хәҙерге заманда бөтәһе лә булырға мөмкин инде, – тип, аптырай-аптырай ҡайнағам ҡайтып китте. Ул ҡайтып киткәс, мин, аптырап үҙебеҙҙең һөйләшеүҙе ниңәлер кире иҫкә төшөрөп уйлай ҡуйҙым, бер ере оҡшамаған төҫлө тойолдо. Һәм... ҡысҡырып үҙ алдыма, тиле кешеләй, көлөп ебәрҙем. Баҡтиһәң, мин дельфинде крокодил тип һөйләп, ҡайнағамдың башын бутап торғанмын икән.
Зәйтүнә Айытбаева