Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
20 Декабрь 2021, 08:20

Йәшел борсаҡ менән бергә ҡарышлауыҡ та һатыла

Алманың аҫылына ҡорт төшә, тиҙәр. Химиялы аҙыҡ булһа, моғайын, ҡарышлауыҡ уға яҡын да килмәҫ ине.

Уңған хужабикәләр Яңы йыл табынына ҡуйыласаҡ ризыҡтар теҙмәһен әҙерләп, билдәләп ҡуйғандыр. Улар араһында беҙҙең яратҡан салаттарыбыҙға ҡушыласаҡ йәшел борсаҡ та буласаҡ. Тик уны ҡушыр алдынан яҡшылап ҡарарға кәңәш ителә. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе Светлана Гиззәтуллина кеүек күргәндәренән телһеҙ ҡалып тормаҫ өсөн. Ул магазиндан алынған консерваланған йәшел борсаҡты асҡас, өҫтә ятҡан ҡарышлауыҡты күреп иҫе китә.

Алманың аҫылына ҡорт төшә, тиҙәр. Химиялы аҙыҡ булһа, моғайын, ҡарышлауыҡ уға яҡын да килмәҫ ине. Тимәк, яҡшы сифатлы аҙыҡ, тип был юлы үҙеңде йыуатыуҙан башҡа сара ҡала алмай.

Йәшел борсаҡ менән бергә ҡарышлауыҡ та һатыла
Йәшел борсаҡ менән бергә ҡарышлауыҡ та һатыла
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас