Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
20 Декабрь 2021, 14:20

Йорт йыһаздарын эшләүгә оҫта була

Бөгөн – әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Әнүр Вахитовтың тыуған көнө.   #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға

  1. Әнүр Вахитов 1932 йылдың 20 декабрендә Ғафури районының Туғай ауылында тыуа. Бала сағы Яңы Ҡауарҙы ауылында үтә.
  2. Билдәле рәссам Рәшит Зәйнетдинов менән бер туғандар. Әсәйҙәре – бер, атайҙары – башҡа.
  3. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булараҡ башлай. Ғафури районының Толпар ауылында балаларға белем бирә.
  4. Яҙыусы Әмир Әминев ике туған ағаһы Әнүр Вахитовтың иҫтәлегенә бағышлап “Инша” тип аталған нәҫер яҙа.
  5. Әнүр Вахитов – тыуған яғын яратҡан, уның тураһында тәрәндән өйрәнгән шәхестәрҙең береһе. Уның Ғафури районында урынлашҡан ер-һыу атамаларын өйрәнеүгә арналған “Әхмәҙулла бабай хикәйәттәре” уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шулай уҡ, яйы тура килгән һайын ағас ултыртыуҙы ла күркәм ғәҙәт итеп алған.
  6. Алтын ҡуллы була. Бигерәк тә, ағастан төрлө йорт йыһаздары эшләп таң ҡалдырған.
  7. Әнүр Вахитовтың “Өс бөртөк бойҙай” хикәйәһе әҙәбиәт дәреслеге программаһына ингән. Автор һуғыш йылдарындағы тыл тормошондағы ауырлыҡтарҙы бәйән итә унда. Әҫәренең геройҙары ла ысынбарлыҡтан алынған. Әфҡәт исемле малайҙың прототибы - һуғыш ауырлығын тылда күреп, ҡайҙа саҡырһалар ҙа шунда намыҫлы хеҙмәт юлы үткән, әлеге көндә Шайморат ауылының имам хатибы, ветерандар советы рәйесе, Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданины Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы Ниғмәтуллин.
  8. “Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары” тип аталған ғилми хеҙмәте ғалимдар, яҙыусылар тарафынан юғары баһалана һәм әлеге ваҡытта ла ҙур иғтибар үҙәгендә.
  9. Әнүр Вахитов иртә донъя ҡуя. Илле ике йәше тулып дүрт көн үткәс, 1984 йылдың 24 декабрендә мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
  10. Үҙҙәре белем алған ике билдәле шәхескә: Әнүр Вахитовҡа һәм Рәшит Зәйнетдиновҡа Ҡауарҙы урта мәктәбендә музей асылған.
Йорт йыһаздарын эшләүгә оҫта була
Йорт йыһаздарын эшләүгә оҫта була
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас