Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
20 Декабрь 2021, 12:52

Юлға сыҡмағыҙ!

Республикала көслө ҡар яуа башланы, айырым районындарҙа буран ҡотора. Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ, көрт.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, республикала урыны менән күп ҡар, буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары, елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етеүе фаразлана.

 

Ҡотҡарыусылар автоһәүәҫкәрҙәргә иғтибарлы булырға, автомобилдәр араһында арауыҡты һаҡларға, тиҙлек режимын мотлаҡ үтәргә кәңәш бирә.

 

«Мөмкин булһа, алыҫ сәфәргә сыҡмағыҙ, әгәр юлға сығырға тура килһә, үҙегеҙ менән ашарға-эсергә, йылы кейемдәр, көрәк, телефон өсөн өҫтәмә заряд алығыҙ. Туғандарығыҙҙы юлға сығыуығыҙ хаҡында иҫкәртергә онотмағыҙ»,—  тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

 

 Етди сәбәпһеҙ юлға сыҡмағыҙ!

 

При необходимости вы можете звонить в дежурную часть Управления ГИБДД МВД по РБ по тел.: 235-84-02, 233-27-31 или в дежурную часть ОГИБДД УВД по г. Уфа по тел.: 237-84-80, 237-02-02. Все наряды ориентированы в первую очередь на оказание практической помощи водителям.

Юлға сыҡмағыҙ!
Юлға сыҡмағыҙ!
Автор:Загида Мусина
Читайте нас