Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
21 Декабрь 2021, 05:05

13 йәшлек ҡыҙҙы эттәр талаған

Был фажиғә Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә була...

13 йәшлек ҡыҙҙы эттәр талаған13 йәшлек ҡыҙҙы эттәр талаған
13 йәшлек ҡыҙҙы эттәр талаған

Был фажиғә Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә була. Етештереү урамында берәҙәк эттәр уҡыусы ҡыҙға ташлана. Ярай әле шул мәл ҡыҙҙың юлына бер ир осрай – ул  берәҙәктәрҙе ҡыуып ебәрә. Ҡыҙҙың әсәһе әйтеүенсә, катокка китеп барған  бала, бәләгә тарып, дауаханаға эләккән. Хәҙер балаға ҡотороу сиренән дә дауаланыу курсы үтергә тура киләсәк. Был тирәлә һәр ваҡыт хужаһыҙ эттәр өйөрө йөрөй икән. Махсус хеҙмәткәрҙәр эттәрҙе тотҡан. Йыл башынан иһә 65 берәҙәк тотолған.

Әлбиттә, берәҙәктәрҙең шулай үрсеүенә кешеләр үҙҙәре ғәйепле. Бәғзе берәүҙәр эттәрен урамға сығып ебәрә, улар үрсем биреп,күбәйгәндән-күбәйә.

Фото:Вся Уфа

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас