Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
21 Декабрь 2021, 03:00

Башҡорт оҫталарына етәме!

Мәскәүҙә үткән күргәҙмә артабан бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн киң мөмкинлек асыр тип көтөлә. 

Башҡорт оҫталарына етәме!Башҡорт оҫталарына етәме!
Башҡорт оҫталарына етәме!

 

Башҡортостан оҫталары Мәскәүҙә  «Ладья. Ҡышҡы әкиәт-2021» юбилей күргәҙмә-йәрминкәһендә  бөтәһен таң ҡалдырҙы. 

– Башҡортостан оҫталарының эксклюзив эштәре хендмей яратыусыларҙың иғтибарын гел үҙенә йәлеп итә. Быйыл күргәҙмәлә 20 оҫта һәм кәсепсенең эше күрһәтелде. Уларҙың күбеһе ил күләмендәге сарала беренсе тапҡыр ҡатнаша, – тине  Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Делегация составында "Уральское горно-геологическое агентство" йәмғиәте, "Девятов и Ко" оҫтаханаһы, "Салауат" ательеһы, Ирина Бойкова,  Дмитрий Семенцов, Арыҫлан Бикбаев, Илгиз Вәлиев, Алһыу Әбсәләмова, Елизавета Тихонова, Зөлфиә Краснова, Марат Сәлихов,  Гөлнара Нафиҡова бар ине. Беҙҙең   оҫталар ағас,  пластик, кизе-мамыҡтан тегелгән, таштан эшләнгән әйберҙәр  тәҡдим итте. Оҫталар күргәҙмә ҡунаҡтарын шулай уҡ бал һәм шәл кеүек билдәле милли брендтар менән таныштырҙы.– Күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу – ул эшлекле бәйләнештәр булдырыу, кәсепселек эшендә яңы йүнәлештәр, тенденциялар тураһында белеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек, – ти  Халыҡ сәнғәте һөнәрҙәре үҙәге рәйесе Татьяна Сайгина.

 Әйткәндәй, кәсепселек һәм сәнғәт халыҡ һөнәрҙәре предприятиелары әлеге сарала республикала уңышлы тормошҡа ашырылған "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" проектына ярашлы ҡатнашты.

Фото: "Башинформ"

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

                                                                         

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас