Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
21 Декабрь 2021, 06:30

Илһам Байбулдин Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды

Ошо уңайҙан Ғафури районы Сәйетбаба ауылы егете Илһам Ханнан улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Илһам Байбулдин Рәсәй  Хөкүмәте премияһына лайыҡ булдыИлһам Байбулдин Рәсәй  Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды
Илһам Байбулдин Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды

"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, Илһам Байбулдин Рәсәй Хөкүмәтенең "Душа России"  премияһы лауреаты булды. Был премия халыҡ ижадын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәргә тапшырыла.   Тейешле документ Рәсәй Федерацияһының  хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. "Распоряжением Правительства Российской Федерации от 17 декабря 2021 года премией Правительства Российской Федерации 2021 года «Душа России» за вклад в развитие народного творчества в номинации «Традиционная народная культура» награжден исполнитель башкирских эпосов, народный сказитель (сэсэн), режиссер народного театра с. Красноусольский Отдела культуры Гафурийского района Илгам Байбулдин", - тип яҙылған унда.

2020 йылдан башлап "Душа России" премияһына лайыҡ булған һәр биш кешегә лә йыл һайын  500 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырыла. 

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас