Шоңҡар
+2 °С
Ясно
Новости
21 Декабря 2021, 10:00

Көндәр һыуыта. Тик ҡасан?

Башҡортостанда һауа торошо ҡапыл үҙгәрә, тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Добавить в предпочтительные источники Google

Кесаҙна республикала көндәр һыуыта башлай

Башҡортостанда һауа торошо ҡапыл үҙгәрә, тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк синоптиктары. 21 декабрҙә ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырнытылары, боҙлауыҡ көтөлә. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ+1,-4 градус.

Аҙна уртаһында һыуыта башлай. Кесаҙна, 23 декабрҙә, һауа температураһы төндә -14,-19, аяҙытҡанда -24 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ -11,-16, урыны менән -21 градусҡа тиклем. Яуым-төшөм кәмей. Аҙна аҙағына ныҡ һыуыта.

"Башинформ"

Көндәр һыуыта. Тик ҡасан?
Көндәр һыуыта. Тик ҡасан?
Автор:
Читайте нас