+22 °С
Ямғыр


2 йомортҡа
1 стакан шәкәр (мөмкин әҙерәк)
2 аш ҡалағы бал
50 г иретелгән аҡ май
1 балғалаҡ аш содаһы
2 стакан он
*1 стакан - 200 г
Йомортҡалар менән шәкәрҙе бергә туғырға ла, ҡалған ингредиенттарҙы ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға.
Майлы ҡулдар менән йомроҡастар әүәләргә. Мантоваркаға ара ҡалдырып теҙеп сығырға. Перәниктәрҙе манты бешергән кеүек парҙа 30-40 минут ҡыҙарғансы бешерергә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Зөбәржәт Утарбаева