+21 °С
Болотло


Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы халҡы зарарланған мал өсөн компенсация ала башланы. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев хәбәр итә:
"Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров ҡушыуы буйынса компенсация Яңы Йылға тиклем түләнергә тейеш. Ауыл халҡына аҡса кисәге көндән күсерелә. Компенсация баҙар хаҡына ҡарап түләнә. Бынан тыш, 6 декабрҙән Беренсе Төркмән ауылы кешеләренә аҙыҡ-түлек таратыла, балаларға һөт ризыҡтары бирелә. Бөгөн дә халыҡҡа аҙыҡ-түлек таратыу ойошторола"
Фото Ф. Әминев сәхифәһенән