

“Иртә таң менән командировкаға сыҡҡанбыҙ. Хеҙмәттәшем дә, мин дә шым ғына барабыҙ. Приемниктан ағылған моң күңелдәрҙе иретә. 70–80-дән дә шәп барып булмай – ниндәйҙер бер фура, артынан машиналарҙы йыйып алған да, ашыҡмай ғына шыуыша бирә. Урап үтергә, берҙән, ҡаршы яҡтан килгән машиналар колоннаһы ҡамасаулай, икенсенән, уҙырға ярамай тигән билдә ҡабатлана. Шулай ҙа бер аҡыллы башы табылды: яныбыҙҙан ҡара BMW елдереп үтеп китте. Тиҙлеге яҡынса сәғәтенә 120–130 километр тирәһе.
– Вә-ә-әт алйо-от! – тип артынан ҡарап ҡалды водитель егетебеҙ. – Шул тиклем ҡыумаһа!
Шул тиклем ҡайҙа ашыҡҡандыр, белмәйем, әммә ул беҙҙе уҙып ни бары 11 секунд алға китеп өлгөрҙө. 11 секундтан беҙ уны, ҡабаланмай ғына, әлеге барған 70–80 тиҙлегебеҙ менән ҡыуып еттек. Ҡара BMW йәшел Daewoo Lanos менән төкөлөшөп бәрелешкән ине. Машиналар ҡот осҡос хәлдә: икеһенең дә алғы яғы яҙыусы йәне көйөп сүп-сар кәрзиненә ырғытҡан ҡағыҙ ише булып ҡалғайны. Туҡтаныҡ, машина эсендәгеләргә ярҙамға ташландыҡ. Бүтәндәр ҙә шунда ашыҡты. Әммә... тере берәү генә лә юҡ ине... Daewoo Lanosтың водителе өлөштәргә бүлгеләнгәйне, ә уның юлдашы артҡы яҡта килбәтһеҙ килеш ята, ярты мейеһе юҡ. BMW-ның водителе үҙ машинаһында фарш кеүек иҙелгән. Ә бит ул 11 секунд элек кенә беҙҙең яндан елдереп үтеп киткәйне...
Бараһы еребеҙгә беҙ сәғәт ярымға һуңланыҡ, әммә имен-һау барып еттек. Ҡара BMW беҙҙе 11 секундҡа үтеп китте, әммә ул ҡабаланған еренә бер ваҡытта ла барып етмәйәсәк, уны өйҙә лә, эштә лә көтөп ала алмаясаҡтар. Ни тиклем генә шәпләһә лә, бынан ары, ғөмүмән, бер ергә лә өлгөрмәйәсәк... Daewoo Lanosтың водителе лә үҙенең юлдашы менән, кемдеңдер башһыҙлығы арҡаһында, китеп барған еренә барып етмәйәсәк...
11 секунд түҙемлек өс ғүмерҙе һаҡлап алып ҡала алыр ине... Ни бары 11 секунд...”
Ошо ғибрәтте уҡығандан һуң, үҙемә урын тапмайым. Ғөмүмән, һәр аварияның шаһиты булғандан һуң кисерәм мин был тойғоно. Кемдеңдер үҙ-үҙенә артыҡ ышаныуы арҡаһында күпме кешенең ғүмере ҡыйыла, ҡайһы тиклеме зәғиф булып ҡала. Ә өйҙә етем ҡалған балалар, әсәйҙәр һуң?! Ни тиклем ҡайғы, күҙ йәше.
Үҙем дә көнө-төнө юлда, шуға бисмиллаһыҙ рулгә ултырмайым, тиҙлекте арттырмайым, бына ошондай 11 секундтың булыуын теләмәйем...
Ҡыш яҡынлаша, тәүге ҡарға ла күп ҡалманы, тиҙҙән боҙлауыҡ та беҙҙе һынарға керешер, шуға юлдарҙа ҡабаланмаһаҡ ине. Үҙеңдең генә түгел, сит кешенең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуыбыҙҙы онотмаһаҡсы...
Фларис ХАММАТОВ.