+21 °С
Болотло


Башҡортостанда полиция хеҙмәткәренең мәйетен эш машинаһында тапҡандар.
Ауырғазы районы Талбазы ауылының полиция лейтенанты, 25 йәшлек егет, атылған.
Уны өй эргәһендә эш машинаһында тапҡандар. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан егеттең ике балаһы булыуы билдәле.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәлде әле тикшерә.