

Илдә ун көнлөк ялдар иғлан ителгәс, ауылға, атай-әсәйемә, ҡайтып килергә тип, йәһәтләп “попутчик” эҙләй башланым. Интернетта күбеһенсә “ҡайтырға урын кәрәк” тигән иғландар осрай, ә“урын бар” тигәндәр бөтөнләй юҡ. Булғандары ла хаҡты ғәҙәттәгенән ике тапҡырға арттырған. Эҙләнеп ултыра торғас, бер нисә минут элек кенә ҡуйылған “урын бар” тигән яҙмаға тап булдым. Моғайын, ошо арала тулмағандыр тип яҙа һалдым. Яуап шунда уҡ килде. “Эйе, урындар әле бар”, — тине водитель. Мин яҙышыуы оҙоҡ булыр тип, телефон һандарын һораным. Юлдашым биреүгә бирҙе, әммә әлегә һөйләшә алмайым, тине. Ҡайҙан һәм нисә һумға алып барғанын һораштым. “Адрестан адресҡа тиклем алып барам, хаҡы — 700 һум”, — тине яуапҡа. Ҡайһылай арзан! Эш көндәрендә лә былай арзан хаҡҡа йөрөп булмай. Хыялдағы юлдаш! Ҡыуанып өлгөрмәнем, артынса хәбәр алдым: “200 һумды бронь өсөн хәҙер үк түләгеҙ, ҡалған 500-ҙө барып еткәс”. Әһә, тинем, ниңә тиҙ генә яуап биргәне лә, телефондан һөйләшә алмауы ла, ниңә улай арзан хаҡ һорауы ла аңлашылды. Ваҡытымды әрәм итеп, тиккә мутлашыусы менән яҙышҡанмын.