Башҡортостанда Һөнәрселек бизнес-мәктәбендә белем биреү программаһы тамамланды
Республиканың 5 ҡалаһында: Стәрлетамаҡта, Бөрөлә, Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм Сибайҙа уҙған Һөнәрселек бизнес-мәктәбендә белем биреү программаһы тамамланды. Уҡытыуҙа халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә мәшғүл 130-лап эшҡыуар ҡатнашты. Белем биреү курсында ҡатнашыусылар «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» милли проекты сиктәрендә интернетта бизнесты танытыу алымдарын, һөнәрселек эшен алып барыуҙың финанс һәм юридик аспекттарын өйрәнде, маркетплейстарҙа тауарҙар һатыуға анализ яһаны.
- Һөнәрсе өсөн, ысынлап та, клиенттар менән алға китеш һәм аралашыу өсөн каналдар табыу еңел түгел. Уҡыуымды тамамлауыма бик шатмын һәм бындай курстарҙың йышыраҡ үтеүен теләйем. Ойоштороусыларға оҫталар һәм һөнәрселәрҙең ярҙамы өсөн рәхмәт, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты бизнес-мәктәптә ҡатнашыусы эшҡыуар Анастасия Гаврилова.
Бизнес-мәктәп сиктәрендә ҡатнашыусыларҙың проекттары конкурсы үткәрелде. 30 мең һумлыҡ грантҡа Бөрөнән Галина Павлова лайыҡ булды. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусы һәр кем «Маркетинг мәктәбе»ндә белем алыуға 5 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Сараны ойоштороусылар булып БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ярҙамында «БР Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Минең бизнесым» үҙәге һәм Халыҡ-художество кәсептәре һәм һөнәрселек эшмәкәрлеге үҙәге сығыш яһаны.