Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
23 Декабрь 2021, 03:35

Баймаҡ районында балалар поликлиникаһы төҙөлә

Республика Хөкүмәте бойороғо менән яңы объектты төҙөүгә 440 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, шуларҙың 372 миллионы - федераль бюджет аҡсаһы

Баймаҡ районында балалар поликлиникаһы төҙөлә

Баймаҡ районының үҙәк район дауаханаһы ҡарамағындағы яңы балалар поликлиникаһы бинаһын 2022 йылда сафҡа индереү күҙаллана, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Республика Хөкүмәте бойороғо менән яңы объектты төҙөүгә 440 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, шуларҙың 372 миллионы - федераль бюджет аҡсаһы. - Сменаһына 300 кешене ҡабул итәсәк балалар поликлиникаһын файҙаланыуға тапшырыу Баймаҡ ҡалаһы һәм районы пациенттарына медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Был беҙҙең өсөн бик мөһим һәм кәрәкле объект, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев. Поликлиника президент Путин башланғысы менән башланған «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә медицинаның беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса төҙөлә.

Баймаҡ районында балалар поликлиникаһы төҙөлә
Баймаҡ районында балалар поликлиникаһы төҙөлә
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас