+21 °С
Болотло


Көйөргәҙе районында йәшәгән Рәсимә Аҡбирова үҙенең алыҫ туғаны хаҡында Радий Хәбировтың сәхифәһендә һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, Әҡсәм Һөйөнов Азатлыҡ ауылындағы пансионатта йәшәгән. Әммә уны ҡапыл ҡыуып сығарғандар.
— Машина менән килтерҙеләр ҙә эт кеүек урамға сығарып ташланылар. Улар ғариза яҙырға мәжбүр итте, унда прописка урынын, артабан ҡайҙа барырға йыйыныуын күрһәтергә ҡушты. Бындай адрес бөтөнләй юҡ, - ти Рәсимә.
- Был юлы бахыр ҡартты янғын сығарған тип ҡыуып сығарҙылар. Ул һыу ҡайнатҡысты һүндерергә онотоп сығып киткән, - тине Рәсимә.