Эвакуация арҡаһында Өфөнөң меңләгән уҡыусыһы урамда өшөгән: енәйәт эше ҡуҙғатылған
«Башинформ» агентлығына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡтан билдәле булыуынса, терроризм акты факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылғанр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 22 декабрҙә төбәк Эске эштәр министрлығының электрон почтаһына ҡаланың барлыҡ мәктәптәренә шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр килгән.
Артабан биналарҙың хәүефле предметтар булыу-булмауын тикшереү өсөн Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшкё тотондо. Шулай уҡ белем биреү учреждениеларына ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре һәм көс ведомстволары вәкилдәре килде. Социаль селтәрҙәрҙә эвакуация тураһында тәүге хәбәрҙәр төшкә табан билдәле булды, йәғни икенсе сменала уҡыусыларға һәм өҫтәмә дәрестәрҙә, түңәрәктәрҙә ҡалған балаларға ҡағылды.
Алдан хәбәр ителгәнсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 91-се, 3-сө, 39-сы гимназиялар, 1-се лицей, шулай уҡ 44-се, 41-се, 18 126-сы, 5, 35-се һәм башҡа уҡыу йорттары уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре кисекмәҫтән бинанан сығырға мәжбүр булды. Шаһиттар әйтеүенсә, ҡайһы бер балалар мәктәптән ҡасып сығып, бүлмә эсендә рюкзактарын һәм шәхси әйберҙәрен ҡалдырған, кемдер алмаш аяҡ кейемен алмаштырып өлгөрмәгән. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө авиация техникумында ла ҡағылды был. Ата-әсәләр «чаттары» уҡыусыларҙың мәктәптән нисек сығыуҙары хаҡында хәүефле хәбәрҙәр килеүҙән туҡтаманы.
Бынан алда «Башинформ» бер мәктәптең балаларҙы сауҙа үҙәгенә индереүе хаҡында хәбәр иткәйне. Шулай уҡ ҡайһы бер мәктәп уҡыусыларының яҡындағы вуз корпустарына, икенселәренең яҡындағы аҙыҡ-түлек магазиндарына һәм кафеларына эвакуациялауы билдәле булды. Шулай уҡ, ғөмүмән, уҡыуҙар ғына булғанмы әллә реаль ҡурҡынысмы, тигән уйҙырма һәм имеш-мимештәр ҙә барлыҡҡа килде.
ЕНӘЙӘТ ЭШЕ
«Башинформ» агентлығына терроризм акты факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуы хаҡында билдәле булды. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында белдереүҙәренсә, бындай хәбәр авторҙары һәм таратыусылар өсөн ҡаты яуаплылыҡ ҡаралған. Уларға енәйәт яуаплылығы янай. Бер нисә мәғлүмәттәр буйынса, Өфөләге 100-гә яҡын уҡыу йорто эвакуацияланған, был меңләгән бала тигән һүҙ.