Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
23 Декабрь 2021, 05:36

Силәбелә – Аҡмулла уҡыуҙары

Конференцияның төп маҡсаты – йәштәргә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү өсөн шарттар булдырыу.

Силәбелә – Аҡмулла уҡыуҙарыСиләбелә – Аҡмулла уҡыуҙары
Силәбелә – Аҡмулла уҡыуҙары

Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында Башҡорт теле аҙналығы сиктәрендә Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуына арналған «Аҡмулла уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Конференцияның төп маҡсаты – йәштәргә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү өсөн шарттар булдырыу, милли мәҙәниәткә ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү, башҡорт халҡының рухи һәм тарихи-мәҙәни традицияларын һаҡлау.

Конференцияның пленар өлөшөндә сәләмләү һүҙе менән Миәс ҡалаһы башлығы Григорий Тонких, төбәк мосолмандары Диниә назараты рәйесе Ринат Раев, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов, Силәбе өлкәһе Татарҙар конгресы рәйесе Лена Колесникова, «Жаксылык» ҡаҙаҡ милли үҙәге етәксеһе Жадгер Нурумов сығыш яһаны.

Башҡортостандың һәм Татарстандың юғары уҡыу йорттары ғалимдарының докладтары яңғыраны. Шулай уҡ бөйөк шағир Мифтахетдин Аҡмулланың ҡәберенә барып, уның иҫтәлегенә доғалар уҡылды.

Конференция «Аҡмулланың әҙәби мираҫы» секцияһында дауам итте. Сәләмләү һүҙе менән Рәсәй Яҙыусылар союзының Силәбе өлкәһе яҙыусылар ойошмаһы идараһы ағзаһы Каринэ Гаспарян, Ижтимағи бәйләнештәр идаралығының йәмәғәт коммуникациялары бүлеге белгесе Динә Путилова сығыш яһаны.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас