

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йомғаҡлау матбуғат конференцияһы башланды, унда дәүләт башлығы Рәсәй һәм сит ил журналистарының һорауҙарына яуап бирә. Бындай форматта ул журналисттар менән 17-се тапҡыр аралаша.
Сара Мәскәүҙә "Манеж"да асыҡ форматта уҙа. Быйыл коронавирус пандемияһы менән бәйле сикләүҙәр арҡаһында бары тик 507 журналист ҡына аккредитация үткән. Рәсәй мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән сит ил журналисттары ла, дәүләт башлығына һорауҙар бирә аласаҡ.
Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы - уҙып барыусы йылға йомғаҡ яһау ул. Ҡағиҙә булараҡ, башта ул илдәге иҡтисади хәл һәм борсоған проблемаларҙы хәл итеү буйынса Хөкүмәт тарафынан башҡарылған эш тураһында бәйән итәсәк.
Быйыл Президенттың матбуғат конференцияһына Башҡортостандан биш кеше - Руслан Шәрәфетдинов (“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире), Артур Хәсәнов (“Горобзор” сайты етәксеһе), Гөлназ Хәйбуллина (БЮТ хәбәрсеһе), Максим Окунев (“РБК” хәбәрсеһе) һәм Вадим Исламов (БЮТ операторы) юллнды.