Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
23 Декабрь 2021, 12:40

Владимир Путиндан Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш, ниндәй ҡаланы һайлар инегеҙ, тип һоранылар

Илдә ҙур һәм бәләкәй ҡалалар үҫешә, әммә властар бәләкәй ҡалаларға айырым иғтибар бүлергә тейеш, тип билдәләне дәүләт башлығы. Илдә инфраструктура мәсьәләләре, биләмәләрҙең бәйлелеге, шул иҫәптән байтаҡ транспорт төрҙәре үҫеше хәл ителә.

Бөйөк Новгород журналисы Владимир Путиндан Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш, ниндәй ҡаланы һайлар инегеҙ, тип һораны. «Ни өсөн һеҙ Мәскәүҙе һәм Петербургты төшөрөп ҡалдырҙығыҙ? Былар ҙа Рәсәй Федерацияһы ҡалалары. Шуларҙың береһендә тыуып үҫтем, был минең тыуған ҡалам. Шуға күрә, тәү сиратта, һеҙ һорауға яуап биргәндә, Санкт-Петербург тураһында уйландым», - тип билдәләне Путин. Илдә ҙур һәм бәләкәй ҡалалар үҫешә, әммә властар бәләкәй ҡалаларға айырым иғтибар бүлергә тейеш, тип билдәләне дәүләт башлығы. Илдә инфраструктура мәсьәләләре, биләмәләрҙең бәйлелеге, шул иҫәптән байтаҡ транспорт төрҙәре үҫеше хәл ителә. Ил етәкселеге халыҡтың мобиллеген арттырыуҙы бурыстарҙың береһе итеп ҡуйҙы. Йәшәү өсөн ҡала темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, Путин Краснодарҙың һәм Көньяҡ-Көнбайыштың һәйбәт үҫеш темптарын билдәләне. 

Владимир Путиндан Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш, ниндәй ҡаланы һайлар инегеҙ, тип һоранылар
Владимир Путиндан Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш, ниндәй ҡаланы һайлар инегеҙ, тип һоранылар
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас