Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
24 Декабрь 2021, 11:00

Атаһын үлтергән өсөн хөкөм ителде

2021 йылдың майында, өйҙә эсеп ултырғанда, ғәйепләнеүсе менән уның атаһы араһында ыҙғыш сыға.

Атаһын үлтергән өсөн хөкөм ителдеАтаһын үлтергән өсөн хөкөм ителде
Атаһын үлтергән өсөн хөкөм ителде

Йылайыр район-ара суды кеше үлтереүҙә ғәйепле 27 йәшлек иргә ҡарата хөкөм сығырҙы.

2021 йылдың майында, өйҙә эсеп ултырғанда, ғәйепләнеүсе менән уның атаһы араһында ыҙғыш сыға. Һүҙ менән еңә алмағас, ғәйепләнеүсе ҡулына эләккән бысаҡ менән атаһының муйынына һәм күкрәгенә бер нисә тапҡыр сәнсә. Атаһы шунда уҡ йән бирә.

Ғәйебен ул таныманы.

Суд уны 7 йылға иркенән мәхрүм итте.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас