Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Декабрь 2021, 11:55

Балаларҙың киләсәге бармы?

Был аҙымға йыртҡыстар ҙа бармайҙыр...

Йыш ҡына ата-әсә араһындағы мөнәсәбәт балаларға йоғонто яһамай ҡалмай. Һарытау өлкәһендә йәшәүсе әсәй кеше ире менән айырылышҡас, 8 йәшлек улын һәм 5 йәшлек ҡыҙын өйөндә быуғандан һуң, соҡорға ташлап китә. Балалар өйҙә йөрөгән бер ҡат кейем дә генә була. Уларҙың иҫһеҙ кәүҙәләрен осраҡлы үтеп барыусы күрә һәм “Тиҙ ярҙам” саҡыра.

Малайҙы ҡотҡара алмайҙар. Ҡыҙҙың хәле ауыр булһа ла, аяҡҡа баҫырына өмөт бар, ти табиптар.  Әсәй кеше бындай ҡанһыҙ аҙымға барыуының сәбәбен: “Уларҙың киләсәгенә былай ҙа өмөт юҡ”, - тип аңлатып маташа.

Балаларҙың киләсәге бармы?
Балаларҙың киләсәге бармы?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас