Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
24 Декабрь 2021, 05:02

Башҡортостан данын Мәскәүҙә яҡланылар

Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да һөнәри уңыштар теләйбеҙ!

Башҡортостан данын Мәскәүҙә яҡланыларБашҡортостан данын Мәскәүҙә яҡланылар
Башҡортостан данын Мәскәүҙә яҡланылар

Республиканың Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Мәскәүҙә «Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класы — 2021» конкурсы үткән. Туған тел уҡытыусыларының тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу яланына әүерелгән был сара ун бишенсе йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл сараның ситтән тороп ҡатнашыу этабында Рәсәйҙең 42 төбәгенән 519 уҡытыусы һәм тәрбиәсе ҡатнашҡан. 40 бәйгесе конкурстың икенсе этабына үкән. Улар иҫәбендә Башҡортостандан дүрт уҡытыусы бар: Өфө районы Дорогино ауылындағы Советтар Союзы Геройы А.С. Пикунов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңсулпан Сафетдинова, Өфө ҡалаһндағы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе

Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнилә Фәтхетдинова, Ишембай ҡалаһының 14-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Әйүпова, Дәүләкән ҡалаһындағы 5-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Кабанина.

Шуныһы һөйөнөслө — республикабыҙ данын Рәсәй кимәлендә яҡлаған барлыҡ конкурсанттар ҙа призлы урын яулаған. Фәнилә Фәтхетдинова, Венера Әйүпова — I урынға, Таңсулпан Сафетдинова — II урынға; Наталья Кабанина III урынға сыҡҡан. 

 

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас