Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
24 Декабрь 2021, 11:00

Элвин Грей Рәсәйҙән китергә йыйына.

Был турала бөгөн, 24 декабрҙә, уның продюсеры Александр Слюсаренко  хәбәр итте.

Элвин Грей ваҡытлыса Рәсәйҙән китергә йыйына. Был турала бөгөн, 24 декабрҙә, уның продюсеры Александр Слюсаренко  хәбәр итте. Менеджер һүҙҙәренсә, Элвин яңы йыл корпоративтарын таммалаған һәм яңы альбом төшөрөү менән шөғөлләнеү өсөн Таиландҡа күсә. Слюсаренко һүҙҙәренсә, Элвин Грейҙың лейблы ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр шарттарында сығымдарҙы оптималләштерергә мәжбүр: Мәскәү филиалы ябылған, ләкин Өфөлә бер нисә музыкаль проект башланғансы булған фатир ҡала.

- Лейбл артистары менән контракттар ғәмәлдән сығарылды. Бөтә артистар ҙа башҡа үҙ-ара эш итеү формаларына күсерелгән. Радик яңы альбом өҫтөндә эшләү өсөн Таиландҡа күсә. Үҙенең гастролдәрен артист 2022 йылдың февралендә тергеҙә. Вәғәҙә иткәнсә, гастролдәр Татарстан Республикаһынан башлана, унда уның әсәһе йәшәй, - тип хәбәр итте Александр Слюсаренко. Артистың хәләл ефете Инзилә Фәтхетдинова менән бергә Таиландҡа китеүен дә телгә алды ул. Слюсаренко әйтеүенсә, альбом өҫтөндә эшләү өсөн Элвин ай ярым ваҡыт планлаштырған.  

Элвин Грей Рәсәйҙән китергә йыйына.
Элвин Грей Рәсәйҙән китергә йыйына.
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас