+21 °С
Болотло


Дәүләкән районы Буранғол ауылында (Асылыкүл буйында урынлашҡан) бөгөн иртән -38°, -40° булған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, улай ныҡ һыуыҡ булғаны юҡ.
"Былтыр -33° еткәйне, ә бөгөн аномаль һыуыҡ. Беҙ бындай хәлде көтмәгәйнек, хатта ер аҫтындағы колонкаларҙа һыу туңған, иртән йылытыу приборы менән йылытып алдыҡ. Иң мөһиме, һарайҙағы малдар өшөй, ирем «буржуйка» эшләп алды ла һыйырҙар, һарыҡтар өшөмәһен өсөн шул мейескә яға. Иртән -40° етеп килә ине, аҙна буйына +2° торҙо ла, ҡапыл һыуытты», — ти Айгизә.