Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
25 Декабрь 2021, 15:20

Иң ҡиммәте кем?

Халыҡ 90-сы йылдарҙағы сәхнә йондоҙҙарын һағынған.

Сер түгел, кемдер ҡара көнгә тип һаҡлаған һуңғы тиндәрен сығарып Яңы йыл байрамына әҙерләнә, кемдер, был ваҡытта, киреһенсә, аҡса эшләп ҡала. Мәҫәлән, йырсылар байрам осоронда кеҫәһен ҡалынайта. Етеп килгән Яңы йылда “йондоҙ”ҙарҙың хаҡтары билдәләнгән. “Ленинград” төркөмө Яңы йыл табынына килеп йырлау өсөн 15 млн һораһа, Г. Лепс 12 млн һумға риза. А. Пугачева менән Ф. Киркоровтың аппетиттары саҡ ҡына насарыраҡ. Улар 8 – 10 млн һумға йөрөйҙәр икән.

Тик халыҡҡа көнө-төнө телевизор аша күрһәтелеп бүктерелгән был әртистәрҙе байрам төнөндә бик күргеләре килеп тормай икән. Улар үткән быуаттың 90-сы йылдарында халыҡ һөйөүен яулаған  Андрей Губинды күрер өсөн күпме бирергә лә риза.

Иң ҡиммәте кем?
Иң ҡиммәте кем?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас