

Бөгөн танылған эшҡыуар, меценат Илсур Нәбиуллин менән 2013 йылда таныштыҡ. Ул саҡтағы Баймаҡ район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов беҙ килеп ингәндә ниндәйҙер китап ҡарап ултыра ине.
— Яҡташыбыҙ, халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың китабын сығарғайныҡ. Әле генә тәүге данаһын алып килделәр, — тине ул, ихлас ҡыуанып.
— Нисек булған һуң?
— Шәп! — Ысынлап та, сифатлы ҡағыҙҙа, ялтлап торған тышлыҡтағы китап ғәжәп матур.
— Ағай бирешеберәк тә тора, күңеле лә булыр, — тип өҫтәне етәксе.
Баҫма “Беҙ баймаҡтар бит әле” тип исемләнгәйне. Уның тәүге битен асып, “Баймаҡ — үҙ батырҙары менән шөһрәтле ил! Эйе, эйе…” тигән юлдарҙы ҡысҡырып уҡыным да хакимиәт башлығына:
— Шундай аҫыл кешеләр менән осрашҡанда шәп булыр ине, — тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
— Әлбиттә! — Бөгөн районыбыҙҙың иң төпкөлөнә, Бөрйән сигендәге Бетерә ауылына, сәфәр сығырға тора инем. Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар тигән шәп егеттәр бар унда. Күптән түгел 8 миллион һумға ағас эшкәртеү станогы алғайнылар, эштәре менән танышырға ине иҫәп. Улайһа, ҡуҙғалдыҡ, юл алыҫ ҡына.
Бына Бетерәгә лә аяҡ баҫтыҡ. Ғәжәп матур төбәктә урынлашҡан ул. Район үҙәгенән 75 cаҡрым алыҫлыҡта. Был ауыл үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында нигеҙләнә. “Һәүәнәк” төҙөлөш комбинаты булдырылғас, ауыл да үҫә. Аҙаҡ ул Темәс леспромхозына әйләнә, әммә үҙгәртеп ҡороу йылдарында ойошма юҡҡа сыға.
— Булдырам тигән кеше юҡты ла бар итә, — тип һүҙен дауам итте район етәксеһе. — Беҙ күрәсәк егеттәр Тимур менән Илсур кескәйҙән етем ҡалып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Хәҙер ауылдарында эшһеҙ кеше юҡ.
— Һаумыһығыҙ! — Беҙҙе эшҡыуарҙарҙың өлкәне Тимур ҡаршы алды.
— Илсур ҡайҙа? — тип һорап та өлгөрмәнек, ул зәһәр шәп машинаһында елдереп килеп тә етте. Күҙҙәренән нур, йөҙҙәренән дәрт, ихласлыҡ бөркөлөп торған егеттәр беҙҙе арбаны ла ҡуйҙы.
Хакимиәт элек буш торған бинаны биреп ҡуйған. Уға матур итеп төкәтмә эшләгәндәр. Ике ҡатлы ял бүлмәһе лә ҡайһылай ҡупшы килеп сыҡҡан! Теләйһең икән, телевизор ҡарап алырға мөмкин.
Хайран ҡалып, Нәбиуллиндарҙың эше менән танышабыҙ. Күптән түгел Таиландтан, Германиянан махсус ҡорамалдар килтерткәндәр. Беҙҙең күҙ алдында евровагонка, ваҡ таҡтаны елем менән “үҫтергәндәре” барлыҡҡа килә. Хатта һәр бер хеҙмәткәргә махсус кейем дә тектергәндәр. Сер түгел: бөгөн бары табыш алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған эшҡыуарҙар ҙа юҡ түгел. Күрше ауылдарҙан килеп эшләүселәргә Нәбиуллиндар үҙҙәренең йортонан урын биргән. Башлыҡ уларҙың хәл-әхүәле менән ҡыҙыҡһынды.
— Оҡшай, — тине барыһы ла. — Ҡыш хатта Абҙаҡтағы тау саңғыһы юлына, “Яҡтыкүл” шифаханаһына ял итергә барып ҡайттыҡ.
Нәбиуллиндар йыл да Түбә балалар йортондағы сығарылыш класс уҡыусыларының һәр ҡайһыһына берәр мең һум аҡса бирә.
— Ә мәсеткә кеше йөрөймө? — тип ҡыҙыҡһынды хакимиәт башлығы, ҡалҡыулыҡта ауылдың йәме булып ултырған иман йортона күҙ һалып. Баҡһаң, уны ошо бер туғандар төҙөткән икән.
— Йөрөй. — Егеттәрҙең яуабы ышаныслы яңғыраны. — Беҙҙә халыҡ дәррәү бит ул, башлап ебәреүсеһе генә булһын. Төҙөгәндә лә, биҙәкләү, буяу эштәренә лә һәр береһе сыҡты. Дингә йөҙө менән боролоусылар һаны артҡандан-арта, әле илленән ашыу кеше иман юлында.
Унан һуң шаҡтай ваҡыт үтте. Эшҡыуарҙың уңышлы эшмәкәрлеге хаҡында әленән-әле ишетеп торабыҙ.
Мәҫәлән, республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә Илсур Нәбиуллин тураһында бына нимә тип яҙа: “Ул тыуған төйәге – Баймаҡ районы Бетерә ауылында мәсет төҙөттө, башҡа урындарҙа ла иман йорттарын ремонтларға ярҙам итте. Социаль приюттар, район һәм республика проекттарына ла булышлыҡ итә".
Ауылдаштарына ял итеүҙе ойошторһонмо, күп балалы ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтһенме – барыһы ла ихлас күңел ҡушыуы буйынса башҡарыла. Быйыл йәй көнө ҡуртымға автобус алып, барлыҡ ауылдаштарын Талҡаҫҡа ял итергә алып сыҡҡайны. Заман сире коронавирус таралып киткәс, ауылдаштарына бушлай битлек таратыуҙы ла ойошторғайны.
Яңыраҡ Илсур бер туған ағаһы Тимур менән Дубайҙа сәйәхәттә булып ҡайтҡан. Сит илдә йөрөгәнендә эшҡыуарҙың башына хәтәр шәп бер уй килә: лайыҡлы ике әсәйҙе Төркиәгә ял итергә ебәреү ниәте менән яна башлай. Әммә сит илгә сығыу мәшәҡәттәрен иҫәпкә алып, был уйын икенсегә бора: "Яҡтыкүл" шифаханаһын иҫенә төшөрә.
Башҡортостанға ҡайтыу менән был изге ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн “Инстаграм” селтәрендәге сәхифәһенә белдереү яҙа. Айырым хэштег ҡуйып, яҙылыусыларына был хаҡта белдерә һәм конкурста ҡатнашыу шарттары менән таныштыра. Күп тә үтмәй бик күптәр әсәйҙәре тураһында йөкмәткеле яҙмалар ебәрә башлай. Барлығы йөҙләгән әсә тураһында стористар килә һәм бөтәһе лә тиерлек - ялға лайыҡ әсәйҙәр. Ә эшҡыуар ике әсәй өсөн генә бүләк әҙерләгән. Илсур тиҙ арала дуҫтарына, таныштарына: “Әйҙәгеҙ, тағы ла биш әсәйгә юллама бүләк итеү өсөн аҡса йыяйыҡ!” - тип мөрәжәғәт итә.
Илсурҙың әйтеүе була, төрлө тарафтарҙағы дуҫтары, таныштары уның идеяһын күтәреп тә ала. Тәүгеләрҙән булып юрист, эшҡыуар, Ҡоролтайҙың Йәштәр парламенты ағзаһы Рәмил Әһлетдинов, эшҡыуарҙар Кинйә Ҡотлоғолов, Руслан Ишбулатов, Илһам Хәбиев, Рита Шәмсетдинова, Айтуған Фәттәхов, Альберт Йосопов, туй-байрамдар алып барыусы Светлана Үтәева, табип-хирург Айҙар Ғүмәров, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса йәштәр министры Азамат Байрамғолов, такси хеҙмәте етәксеһе Руслан Мәхмүтов, музыкант Зәйнетдин, “Урал” такси хеҙмәте етәксеһе Ғаяз арыу ғына сумма ебәрә. Шулай уҡ сит илдәге дуҫтары – Америка Ҡушма штаттарынан Илсур менән Дубайҙан Ринат та был изге эштән ситтә ҡалмай. Шулай уҡ халыҡ араһынан да әҙләп булһа ла аҡса күсереүселәр күп була. Һөҙөмтәлә йәмғеһе 80 мең һум аҡса йыйыла.
Илсур кәләше Әлиә менән тура эфир үткәреп, барыһы алдында ял итергә барасаҡ әсәйҙәрҙе ғәҙел һайланы. Уларҙың береһе лә ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа ял йорттарында, шифаханала булмаған. Күбеһе күп бала тәрбиәләп үҫтергән, араларында сәләмәтлек йәһәтенән үҙенсәлекле балалар баҡҡандары бар.