Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
26 Декабрь 2021, 11:36

22 машина бәрелешкән

15 ашыу машина бәрелешеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был аварияла ҡорбандар ҙа бар

 Бөгөн төшкә ҡарай Өфө – Ырымбур юлында, Ҡырмыҫҡалы районында ҙур авария теркәлде. Трассаның 49-сы километрында 22 машина бәрелешкән, уларҙың дүртәүһе - йөк автомобиле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был аварияла ҡорбандар ҙа бар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер кешенең үлгәне һәм бишәүҙең төрлө йәрәхәттәр алғаны билдәле. Әлеге ваҡытта урында өс ЮХХДИ экипажы, "Дортранстрой"ҙың өс берәмек техникаһы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары эшләй. Шулай уҡ табиптар ҙа унда һәм кешеләргә ярҙам итеү менән шөғөлләнә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре реверсив хәрәкәт ойошторған.

22 машина бәрелешкән
22 машина бәрелешкән
Автор:Загида Мусина
Читайте нас