+21 °С
Болотло
Ҡыш үҙенең холҡон күрһәтә башланы. Көслө буран арҡаһында, республика буйлап, күңелһеҙ хәбәрҙәр ҙә ишетелә. Бөгөн, Ҡырмыҫҡалы районы аша үтеүсе Өфө – Ырымбур трассаһының 49 км арауығында ун бишләп машина бәрелешеүе мәғлүм булды. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусылар ҙа бар. Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре тикшерелә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, йыраҡ юлға сыҡмаҫҡа ҡушып, тағы ла киҫәтеү яһай.