

Һуңғы ваҡытта магазин кәштәләрендә “Хәләл” билдәһе ҡуйылған аҙыҡ-түлек бермә-бер артты. Үҙем шаһит булғаным бар – уға өҫтөнлөк биреүселәр ҙә байтаҡ ҡына. Әммә хәләлдең ысынлап та хәләл икәнлеген нисек асыҡларға? Йомортҡа менән һөт хәләл тип атала аламы? Мәсет һүрәте төшөрөлөү генә аҙыҡтың юғары сифатына ишарамы? Халыҡты борсоған ошо һәм башҡа бихисап һорауҙарға яуап табыу ниәте менән Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының “Хәләл” стандарты буйынса комитеты етәксеһе Әйүп хәҙрәт БИБАРСОВҡа мөрәжәғәт иттек.
– Әйүп хәҙрәт, йылдан-йыл хәләл аҙыҡҡа өҫтөнлөк биреүселәр арта. Әммә төшөнмәгәндәр ҙә байтаҡ бит әле: уның хәрәмдән айырмаһы нимәлә?
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Был донъяла һәр нәмә ике төргә бүленә: мәҫәлән, изгелек һәм яуызлыҡ, ир һәм ҡатын, күк һәм ер, йәннәт һәм тамуҡ... Хатта электр заряды ла ыңғай һәм кире була бит. Идеология ла икәү – рахмани һәм шайтани. Шуның кеүек туҡланған ризығыбыҙ ҙа хәләл менән хәрәмгә айырыла. Ҡөрьән Кәримдә ошондай аят бар: “Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер, ҡомарлы уйын, ботҡа табыныу, уҡ (отош уйнай торған) — бөтәһе лә шайтандан килгән шаҡшылыҡ. Уларҙан һаҡланығыҙ! Бәлки, бәхетле булырһығыҙ!” Йәғни бөгөн донъяла үтә лә киң таралыу алған иҫерткестәр (алкоголизм, таксикомания, наркомания һәм башҡалар), отош уйындар, оккульт секталар һәм күрәҙәлек – шайтандың иң ҙур ҡоралдары. Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙҙе уларҙан йыраҡ булырға саҡыра.
Ризыҡ мәсьәләһенә туҡталайыҡ. Ҡөрьән Кәримдә: ”Алланың аяттарына ышанһағыҙ, (боғаҙлағанда) бисмилла әйтелгән (итте) ризыҡланығыҙ”, – тип бойоролған. Йәғни, гонаһлы булмаҫ өсөн, хайуанды Аллаһы Тәғәләнең исеме менән салыу мотлаҡ. Мәҫәлән, “Бисмилләһ! Аллаһу Әкбәр!” тип һуйылған мал мосолмандарҙа хәләл аҙыҡ һанала. Әйткәндәй, беҙгә йәһүдтәрҙең кошер ризығы менән дә туҡланыу рөхсәт ителгән. Шулай уҡ троицаға табынмаған христиандар тарафынан “Во имя господа” тип боғаҙланған мал да аҙыҡҡа ярай. Сөнки бөтәбеҙ ҙә, мәжүсиҙәрҙән айырмалы, Изге китап кешеләре.
Эйе, арабыҙҙа “Хәләл” билдәһе ҡуйылған аҙыҡ-түлекте һайлаусылар көндән-көн арта. Бөгөн магазин кәштәләрендә зыянлы өҫтәмәләр, тәмләткестәр, ҡуйыртҡыстар, консерванттар менән тултырылғаны үтә лә киң таралды бит. ГМО ла аҙым һайын тиерлек. Ә сифатлыһын табыуы бик ауыр. Шуға ла “Хәләл” бренды халыҡ тарафынан экологик йәһәттән саф һәм зыянһыҙ продукция булараҡ ҡабул ителә. Ә мосолмандар инде бындай аҙыҡ-түлеккә иң тәүҙә дини ҡануниәт буйынса өҫтөнлөк бирә.
– Ә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының “Хәләл” стандарты буйынса комитетының эше нимәнән ғибәрәт?
– “Хәләл” комитеты 2009 йылда теркәлде һәм эш башланы. Уның төп маҡсаты – республикабыҙҙа аҙыҡ-түлек етештереү һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса хәләл индустрияһын үҫтереү. Мәҫәлән, ҙур ауыл хужалығы предприятиеларын хәләл ит етештереү ысулына күсереү. Ә бының өсөн мотлаҡ шарттар булдырылырға тейеш. Мәҫәлән, малды салған хеҙмәткәрҙәрҙең мосолман булыуы фарыз. Беҙ уларҙы Ислам дине нигеҙҙәренә өйрәтәбеҙ, хужалыҡта тәһәрәт алыу, намаҙ уҡыу өсөн уңайлыҡтар булдырылғанлығын тикшерәбеҙ. Һәр мал һәм ҡош “Бисмилләһ! Аллаһу Әкбәр!” тигән һүҙҙәр менән боғаҙланырға тейеш – былар бөтәһе лә даими күҙәтеүҙә тотола.
Шулай уҡ биоөҫтәмәләр мәсьәләһе лә бик киҫкен. Мәҫәлән, бөгөн уларҙың ни бары илле-алтмыш проценты ғына “Хәләл” стандартына яраҡлы. Ҡалғандарында иһә йә хәрәм, йә зарарлы матдәләр бар. Был йәһәттән дә мотлаҡ ентекле тикшереү башҡарыла.
– Республикабыҙҙың аҙыҡ-түлек етештереүселәре араһында ышаныслы партнерҙарығыҙ бар тип әйтә алаһығыҙмы?
– Һис шикһеҙ. Башҡортостандағы бөтә ҡошсолоҡ комплекстары ла тиерлек бөгөн хәләл конвейерҙа эшләй. Мәҫәлән, урындағы халыҡҡа яҡшы таныш Турбаҫлы һәм Авдон ҡошсолоҡ фабрикалары, Мәләүез күркә комплексы продукцияларын, шикләнмәйенсә, “Хәләл” брендына яраҡлы тип атарға була.
“Өфө ит-консерва комбинаты” менән хәләл продукция етештереү буйынса ярты йыл тирәһе һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Күптән түгел ике яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Белгестәребеҙ комбинаттағы шарттарҙы һәм етештереүҙә ҡулланылған өҫтәмәләрҙе оҙайлы тикшерҙе. Ошо арала комбинаттың хәләл продукцияһының тәүге партияһы һатыуға сығарыласаҡ.
– Хужалыҡтар өсөн хәләл продукция етештереү өҫтәмә сығымдар һәм ҡатмарлыҡтар ҙа тыуҙыра бит әле…
– Мәҫәлән, “Өфө ит-консерва комбинаты”нда хәләл продукция аҙнаһына бер көн генә етештерелә. Әлегә был конвейер халыҡ ихтыяжын асыҡлау өсөн ебәрелде. Әлбиттә, комбинаттың малды илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һатып алыуы ла өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы – иң тәүҙә сертификатлы һәм ышаныслы хәләл ит менән тәьмин итеүҙе яйға һалыу кәрәк булды. Ә үҙҙәре ҡош үрсеткән ҡошсолоҡ фабрикалары был йәһәттән ҙур өҫтөнлөккә эйә, әлбиттә.
– Бындай ҡатмарлыҡтар ҡайһы бер хәләл продукцияға хаҡ артыуына ла булышлыҡ итәлер, моғайын…
– Яҡынса бер нисә процентҡа ғына ҡиммәтерәк булыуы ихтимал. Мәҫәлән, “Өфө ит-консерва комбинаты”нда хәләл продукцияның бәләкәй партия менән етештерелеүе лә хаҡҡа йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ инде.
– Әйүп хәҙрәт, әйтегеҙ әле, магазиндарҙа хатта һөттө һәм тауыҡ йомортҡаһын “Хәләл” маркаһы менән һатыусылар осрай. Бында мутлашыу юҡмы?
– Бер ниндәй ҙә мутлашыу юҡ. Ишеткәнһегеҙҙер, “Россельхознадзор” илебеҙҙә етештерелгән һөттөң сифаты тураһында яңыраҡ ҡына бик күңелһеҙ мәғлүмәт еткергәйне. Рәсәйҙәге ике меңдән ашыу етештереүсенең ни бары дүрт тиҫтәгә яҡынының ғына продукцияһы сифатлы тип табылған икән. Баҡһаң, табыш артынан ҡыуыусы ҡайһы берәүҙәр, тиҙ иҫкермәһен өсөн, һөткә эзбиз, аҡбур, гипс, һабын, сода, салицил һәм бор кислотаһы кеүек химик өҫтәмәләр ҡушыуҙан тартынмаған. Иҫ киткес бит! Ысынлап та, хәҙер йыш ҡына магазин һөтө әсеү менән ниндәйҙер шыйыҡсаға әүерелә лә ҡуя. Ә элек әсегән һөттө лә ойотҡан итеп рәхәтләнеп эсеп булды.
“Хәләл” маркалы һөт иһә етди тикшереү аша етештерелә. Мәҫәлән, унда зыянлы өҫтәмәләрҙең, мәҫәлән, шул уҡ эзбиз, гипс, аҡбур кеүек матдәләрҙең булыуы бер нисек тә мөмкин түгел.
– Ә йомортҡа тураһында ни әйтерһегеҙ?
– Эйе, тәүге ҡарашҡа уның составын бер нисек тә үҙгәртеп булмай кеүек. Шулай ҙа ҙурыраҡ йомортҡа һалһын өсөн тауыҡтарҙы төрлө зыянлы препараттар менән туҡландырыу осраҡтары йышая. Бындай аҙыҡты бер нисек тә сифатлы тип атап булмай. Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк – ун дүрт айға ҡәҙәр йәшәгән тауыҡ һалған йомортҡа ғына хәләл тип атала ала. Ә күп фабрикалар уларҙан тағы ла ун ай тирәһе йомортҡа һалдырта – максималь рәүештә файҙаһын күрергә тырыша. Әммә ҡарт тауыҡтың йомортҡаларында йыш ҡына ойошҡан ҡан осрай. Ундайҙар бер нисек тә хәләл тип атала алмай. Аллаһы Тәғәлә тарафынан мосолмандарға ҡан менән туҡланыу ҡәтғи тыйылған.
– Йыш ҡына магазиндарҙа тышлығы мосолман орнаменттары, мәсет һүрәттәре менән биҙәлгән аҙыҡ-түлекте осратырға була. Әммә “Хәләл” билдәһе юҡ…
– Был – халыҡтың фекерен бутауҙың миҫалы. Уның буйынса күп тапҡыр “Роспотребнадзор”ға мөрәжәғәт иткәнебеҙ булды, хатта федераль кимәлдә лә ошо мәсьәләне күтәрҙек. Әммә чиновниктар был йәһәттән Рәсәй ҡануниәтенең камил булмауына һәм бындай мутлашыусыларҙың эшмәкәрлеген тыйыу өсөн законлы нигеҙ юҡлығына һылтана. Шуға ла халыҡтың аҡылына таянырға тура килә. “Мосолман” колбасаһы йә “Һыйыр итенән билмән” тигән яҙыу ғына аҙыҡтың хәләл икәнлеген аңлатмай шул.
– Магазинда аҙыҡтың хәләл икәнлегенә инаныу өсөн иң тәүҙә нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
– Һис шикһеҙ, “Хәләл” билдәһе булыуы зарур. Хәләл аҙыҡ-түлектә бындай логотип мотлаҡ буласаҡ. Уны ла урлап ҡуйырлыҡ оятһыҙлыҡҡа барып етмәнеләр әле. Шулай уҡ хәләл ризыҡтың кәштәлә хәрәмдән айырым ятыуы мөһим. Мәҫәлән, сусҡа ите эргәһенә хәләл ит һалынырға тейеш түгел.
– Ҡайһы саҡта хәләлдең дә хәләл түгеллеге асыҡлана бит әле. Мәҫәлән, күптән түгел Мәскәү етештереүсеһенең “Хәләл” тип билдәләнгән колбасаһында сусҡа ите барлығы мәғлүм булғайны…
– Үкенескә ҡаршы, бындай осраҡтар ҙа булғылай шул. Был хәл хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ яуаплылығына һалҡын ҡарауы һәм иғтибарһыҙлығы емеше булыуы ихтимал. Шулай уҡ конвейерҙа өҙөклөк китеүе лә сәбәп була ала. Ни тиһәң дә, бөгөн Рәсәйҙә тик хәләл продукция ғына етештергән ойошмалар һирәк. Күптәре хәләл конвейер менән бер рәттән хәрәмде лә етештерә. Һөҙөмтәлә ошондай күңелһеҙ хәлдәр тыуа ла инде. Шуға күрә, магазинда аҙыҡ-түлек һайлағанда, үҙебеҙҙең Башҡортостандыҡына өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡтыр, моғайын.
– Хәләл аҙыҡ-түлектән башҡа хәләл индустрия ла бар бит әле. Мәҫәлән, ислам банкингы, медицина учреждениелары, фармацевтика өлкәһе һәм башҡалар. Бөгөн был йәһәттән үҫешәбеҙме?
– Бынан бер нисә йыл элек АФ Банк менән ислам банкингы буйынса хеҙмәттәшлек башлағайныҡ. Хатта мосолман карталары ла сығарып өлгөрҙөк. Рибаһыҙ аҡса халыҡты күпләп йәлеп итер тип өмөтләнгәйнек. Финанс ойошма ике-өс йыл тирәһе ҙур ауырлыҡ менән эшләргә тырышты. Әммә, үкенескә ҡаршы, килеп сыҡманы – әйләнештә аҡса булмауы аяҡ салды. Һәр башланғыс үҫешһен өсөн инвестиция кәрәк – был йәһәттән ышанысыбыҙ аҡланманы. Рәсәй ҡануниәтендә ислам банкингын үҫтереү өсөн ҡаршылыҡтар булыуы ла, һис шикһеҙ, башланғысыбыҙға кәртә ҡорҙо.
Әммә бөгөн үҫешкә өмөт бар. Мәҫәлән, һуңғы мәлдә РФ Дәүләт Думаһында беҙҙә ислам финанс системаһын үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Рәсәйгә мосолман илдәренән инвестициялар йәлеп итеү буйынса ла эш алып барыла – күптән түгел Ҡаҙанда ойошторолған Ислам илдәренең халыҡ-ара саммиты ла йәнгә йылы өрҙө. Ғөмүмән, был йәһәттән күршеләребеҙ федераль кимәлдә бик әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, Рамаҙан айында “Ҡаҙан-Арена” стадионында ун мең кешене туплаған ифтар ойошторолоуы ла үҙе үк динебеҙгә оло реклама булды.
Эйе, әгәр артабан да ошолай дауам итһә, үҫеш өсөн ҡануни нигеҙҙәр булдырылыр, тип ышанам. Ул саҡта хәләл индустрияның башҡа тармаҡтары ла үҫешә башлаясаҡ. Әммә һорау тәҡдим тыуҙыра, тигән тапҡыр әйтем бар бит. Шунһыҙ бер нисек тә булмай – бында тәүҙә халыҡтың хәләл индустрияның өҫтөнлөгөн төшөнөүе мөһим. Беҙ ҙә был йәһәттән даими аңлатыу эше алып барырға бурыслыбыҙ, әлбиттә.
– Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап, моғайын шуны әйтергә булалыр: күңелендә иман булған ғына хәләлгә өҫтөнлөк бирәсәк…
– Ысынлап та, магазин кәштәһенән һыра эҙләп йөрөүсегә хәләл кәрәкмәй. Был индустрия артабан да үҫешһен өсөн иң тәүҙә халыҡтың иманлы һәм аңлы булыуы мөһим. Шул саҡта ихтыяж да көттөрмәҫ.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
әңгәмәләште.