+24 °С
Ямғыр


Федераль М5 "Урал" трассаһының Башҡортостан, Татарстан һәм Ырымбур өлкәһендәге участкаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Был һауа торошона бәйле.
Пассажир автобустарына, маршрут һәм еңел таксиҙарына, йөк машиналарына йөрөүҙе тыйыу иртәнге сәғәт 7-нән ғәмәлдә инде. Юл 1194 саҡрымдан (Һамар өлкәһе менән сиктән) 1363 саҡрымға (Иҫке Боғаҙы ауылы, Башҡортостан) тиклем арала ябылды.
Юлдағы ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында "Приуралье" юл ойошмаһының тәүлек әйләнәһенә эшләгән дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратып хәбәр итергә була: +7(347) 286-07-18.