2022 йылда Саҡмағош районында яңы поликлиника асыла
2022 йылда Саҡмағош районында яңы заманса поликлиника асыла. Бөгөн, 26 декабрҙә, Башҡортостан башлығы эш сәфәре барышында медицина учреждениеһында булды. Районда поликлиника «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Медицина учреждениеһын төҙөүгә 400 миллион һум аҡса бүленгән. Яңы бина иҫке поликлиника бинаһы менән берләштерелгән дә инде. Шулай уҡ бинала лифт һәм күтәргес ҡуйылған. Радий Хәбиров кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған табип кабинеттарын, операция блогын, рентгенология бүлексәһен ҡараны. Бында шулай уҡ клиник-диагностика лабораторияһы, эндоскопия бүлеге, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, балалар бүлексәһе эшләйәсәк. Яңы бина эргәһендә газ ҡаҙанлығы һәм трансформатор подстанцияһы урынлаштырылған.
Саҡмағоштағы яңы поликлиника өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Табиптар бер сменала 250 кешене ҡабул итә алһын өсөн сирлеләрҙең һәм сәләмәт пациенттарҙың ағымын көйләйәсәктәр. Әлегә иһә халыҡҡа амбулатор ярҙам 47 йыл элек төҙөлгән бинала күрһәтелә. Был бөтә Саҡмағоштар өсөн күптән көтөлгән объект. Яңы поликлиника заманса медицина ҡорамалдары һәм техника менән йыһазландырыласаҡ, был хеҙмәтләндереү сифатын ярайһы уҡ яҡшыртасаҡ.
#Миллипроекттар
#Национальныепроекты