Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
26 Декабрь 2021, 13:10

Төбәк Башлығының “йөрәге” кемдә?

Дөрөҫөн генә әйткәндә, социаль селтәрҙә эш алып барыу Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улын да арытҡан.  

“Социаль селтәр – ул эшебеҙҙең бер өлөшө, - ти Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы БСТ каналында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тапшырыуына барған саҡта. – Эшебеҙҙе, яңы башланғыстарыбыҙҙы халыҡҡа мәлендә еткереү өсөн яҡшы алым. Шулай уҡ, халыҡтың фекерен белеү ҙә мөһим”.

Башҡа һорауҙарға яуап биргән саҡта Радий Фәрит улы социаль селтәрҙә ҡатыны Каринэның яҙмаларына ғына башлыса “йөрәк” ҡуйыуын әйтте.

“Әлбиттә, ҡайһы ваҡытта башҡаларҙың да үҙемә оҡшаған хәбәрҙәренә, яҙмаларына ла “лайк”тар ҡуям. Әммә уларҙың әллә ни әһәмиәтен күрмәйем”, - ти ул.  

Дөрөҫөн генә әйткәндә, социаль селтәрҙә эш алып барыу Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улын да арытҡан.  “Отставкаға китеү менән сәхифәләремде юйыр инем”, - ти ул.

Төбәк Башлығының “йөрәге” кемдә?
Төбәк Башлығының “йөрәге” кемдә?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас