

Бөгөн һауа торошо ҡырҡа боҙолоп, көслө ел сығыуы, ныҡлап ҡар яуыуы, һөҙөмтәлә бының ыжғыр буранға олғашыуы Башҡортостан юлдарында хәрәкәтте сикләргә, пассажир автобустары рейстарын туҡтатырға мәжбүр итте.
Бөтә төр транспорт хәрәкәте туҡтатылды:
– Р-240 Өфө - Ырымбур юлы, 17-се саҡрымдан (аэропортҡа боролған ер) 280-сегә (Ырымбур менән сиктәш урын) ҡәҙәр.
М-5 "Урал" трассаһында 1194-сенән алып (Һамар өлкәһе менән сик) 1455-се саҡрымға тиклем (Дим сиселеше) пассажир рейстары, маршрут таксиҙары, еңел такси, йөк машиналарына сикләү оҙайтылды.
Р-240 юлында (0 - 27-се саҡрымдар) һәм М-7 "Волга" юлында (1194-се - 1230-сы, 1305-се - 1331-се, 1308-се - 1319-сы саҡрымдар) индерелгән сикләүҙәр ғәмәлдән сығарылды.
Буран эҙемтәләрен бөтөрөүгә "Приуралье" юл ойошмаһының Башҡортостандағы селтәре 106 техника берәмеге сығарған, уларҙың 42-һе – М-5-тә, 32-шәре М-7-лә, Р-240-та эшләй.
Республика әһәмиәтендәге һәм район, ҡала-ара юлдарҙа ла юл таҙартыу эштәре бара.
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу буйынса берҙәм телефон - 112.
Республика юл хужалығы идаралығының тәүлек буйы эшләгән диспетчер хеҙмәте: 8-927-955-11-00.
"Приуралье"ның тәүлек буйы эшләгән дежур-диспетчер хеҙмәте: 8 (347) 286-07-18.
Алдараҡ автобус рейстарын туҡтатыу буйынса мәғлүмәт биргәйнек.
Фото: bashkortostan.ru/presscenter/news/