Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
27 Декабрь 2021, 03:20

Фәрзәнә Утарбаева тыуған көнөн билдәләй

"Шоңҡар" журналының биҙәүсеһе, йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваны матур байрамы менән ҡотлап, таҙалыҡ, бәхетле ғүмер, тағы ла ижади артылыштар теләйбеҙ. 

Фәрзәнә Утарбаева тыуған көнөн билдәләйФәрзәнә Утарбаева тыуған көнөн билдәләй
Фәрзәнә Утарбаева тыуған көнөн билдәләй

Йәш режиссер булараҡ билдәлелек алған  Фәрзәнә Утарбаеваның эштәре күп түгел әле. Шулай ҙа фәһемле, уйландыра торған темаларға тотонған ҡыҙҙың ижады ҡыуандыра. Мәҫәлән, "Ҡырағай" фильмы. Хәҙерге тынғыһыҙ заманда беҙ ҙә шул фильм геройына оҡшап барабыҙ түгелме? Яҡындарыбыҙҙы тыңларға, ишетергә, улар менән һөйләшергә ваҡыт табайыҡ, аҙаҡ үкенмәҫ өсөн.  “Родина” кинотеатрында  өмөтлө йәш кинорежиссерҙың  “Мой лечащий враг” тигән икенсе фильмының премьераһы ла булды.

33 минутлыҡ фильмда табиптарҙың һәм пациенттарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, тормоштағы ҡатмарлы ғаилә хәлдәре сағылыш тапҡан. 
Төп геройҙар – табип-невролог Рита Альбертовна (Айгөл Шәкирова) һәм уның күҙәтеүе аҫтында дауаланыусы “Эйнштейн”, йәғни хәтере юғалған Альберт исемле (Марат Ҡорбанғәлиев) оло йәштәге ир.  Фильм Өфөнөң “Медстандарт” тип аталған медицина холдингы бинаһында төшөрөлә һәм унда клиниканың реаль пациенттары, хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Әйткәндәй, “Медстандарт” фильмдың бағымсыһы ла.  Фәрзәнәнең режиссерлыҡ эше “Ҡырағай” фильмы менән башлана. Артабан да һәләтле йәш режиссерыбыҙ беҙҙе яңынан-яңы премьералары менән ҡыуандырыр, тигән өмөттәбеҙ!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас